Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
2 Апрель , 18:00

Башҡортостан күгендә 9 БПЛА атып төшөрөлгән

Бөгөн республика пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды.

Башҡортостан күгендә 9 БПЛА атып төшөрөлгән
Башҡортостан күгендә 9 БПЛА атып төшөрөлгән

2 апрелдә Башҡортостан күгендә ПВО 11 пилотһыҙ осоу аппаратының 9-ҙын атып төшөргән. Республика вице-премьеры Ирек Сәғитов журналистар менән осрашыуҙа ошо турала һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, БПЛА ҡалдыҡтары нефть эшкәртеү заводы биләмәһенә төшкән. Ә береһе М.Ғафури урамындағы йортҡа зыян килтергән.

Өфөлә БПЛА һөжүменән зыян күргән йорттарҙа йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк. Ярҙам саралары ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомство-ара комиссияһының сираттан тыш ултырышында тикшерелде.

Бөгөн иртән Өфө пилотһыҙ осоу аппараттарының террористик һөжүменә дусар булды. Башҡортостан Башлығы хәбәр иткәнсә, бер БПЛА ҡалдыҡтары сәнәғәт биләмәһенә төшкән, ә бер дрон Ғафури урамындағы йортҡа зыян килтергән.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас