“Ағымдағы йылда “Рәсәй саңғы юлы” Ватан һаҡсыһы йылына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына бағышланды. Бөгөнгө сара ҡатнашыусыларҙың барыһына ла айырыуса яуаплылыҡ өҫтәгәндер, тип уйлайым”, - тине ҡала хакимиәте башлығы Э.Шәймәрҙәнов йүгереш аҙағында.
Барса ҡала халҡы ҡатнашлығында бындай күмәк ярыштарҙың мәғәнәһе, әлбиттә, ҙур еңеүҙәрҙә түгел, ә ҡала кимәлендә командалар булдырыуҙа, берләшеүҙә һәм күтәренке кәйеф булдырыуҙа.
Фото Э.Шәймәрҙәновтың сәхифәһенән.