Туберкулез – иң боронғо ауырыуҙарҙың береһе. Ул меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡыйған афәт. Был көн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса 1882 йылда булдырылған.
Был сир менән донъяла йыл һайын һигеҙ миллион самаһы кеше зарарлана, ике миллионы вафат була. Сир таралыуын киҫәтеү өсөн йәшәү рәүешен дөрөҫ алып барыу, ваҡытында прививкалар яһатыу мөһим. Туберкулез – ул нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа бер ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп бер нисә кеше ауырырға мөмкин.
Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡаны аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Ауырыуҙың тәүге симптомдары булып күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙҙән тирләү, йүткереү, тәндең температураһы күтәрелеү, аппетит юғалтыу, ябығыу күҙәтелә.
Был билгеләр бар икән, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Өлкәндәр өсөн флюорография үткәреү, балаларға туберкулин пробаһы (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация – балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе.
Үҙегеҙҙең һаулығығыҙға битараф булмағыҙ!
Динә МОРАҘЫМОВА, Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы мөдире.