Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 - 18 майҙа Артериаль гипертония менән көрәш һәм табип тәғәйенләгән терапияға ышаныс аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте.
Артериаль баҫым кешенең йәшенә, енесенә, физик әүҙемлек ваҡытына, стресс һәм башҡа факторҙарға бәйләнгән. Табиптарҙың белдереүенсә, артериаль баҫымдың нисек булыуы йөрәк һәм ҡан тамырҙары һығылмалылығынан һәм тонусынан тора. Баҫымды билдәләгән тәүге иң ҙур һан ҡандың тамырҙар көпшәһенә йөрәк ҡыҫҡарғанда ниндәй көс менән баҫыуын күрһәтә, икенсеһе, минималь ҙурлыҡтағыһы, тынлыҡ мәлендәге баҫымды асыҡлай.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың уртаса артериаль баҫымы терегөмөш бағанаһының 80/50 миллиметрына тиң, үҫмерҙәрҙеке – 110/ 70, йәш артыу менән уның бер аҙ артыуы күҙәтелә. Өлкәндәрҙең ҡан баҫымы 140/90 кимәленән артмаҫҡа тейеш. Оҙайлы артериаль гипертензия гипотензияға ҡарағанда сәләмәтлек өсөн күпкә хәүефлерәк. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, баҫым артыуы йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе үҫешенә килтерә.
Ҡан баҫымы юғары булған кешеләрҙә мейелә ҡан әйләнеше боҙолоуҙары (инсульт) ете тапҡырға йышыраҡ осрай. Йөрәк ишемияһы сире – дүрт, аяҡ тамырҙары эшмәкәрлеге боҙолоуҙары ике тапҡырға күберәк осрауы ихтимал. Ҡан баҫымының 160/100 миллиметр тәшкил итеүе йәки унан да артыуы дауа булмағанда ҡапыл үлемгә килтереүе мөмкин.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, артериаль баҫымды контролләү йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының етди сирҙәренә – инфарктҡа, инсультҡа, тамырҙар деменцияһына юлығыуҙан һәм кинәт үлем осрағынан аралай.
Үҙегеҙҙең генә түгел, ғаилә ағзаларының да ҡан баҫымын үлсәп тороғоҙ, ябай ғына ғәмәлдең ғүмерегеҙҙе һаҡлауы мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.