Йыл һайын майҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә бөтә донъяла ВИЧ/СПИД эпидемияһынан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Был ҡайғы көнө, шулай уҡ теләктәшлек һәм өмөт көнө лә — сирҙең һаман да арабыҙҙа булыуын иҫкәртеү булып тора, әммә уны еңергә мөмкин.
ВИЧ-инфекцияһы ниндәйҙер тәғәйен социаль төркөм сире түгел, сир оҙаҡ ваҡыт айырым тышҡы симптомдарға эйә түгел, әммә сирлеләрҙең күпселеге эшкә һәләтле йәштәге кешеләр. Тимәк был, һаҡланмаған енси мөнәсәбәткә ингән һәр кешенең хәүеф зонаһында булыуын аңлата.
СПИД юҡҡа сыҡмаған
Медициналағы алға китеш күптәргә өмөт бирә — антиретровирус терапияһы ярҙамында ВИЧ менән сирләгән кешеләр тулы тормош алып барыу мөмкинлегенә эйә. Әммә эпидемия тамамланмай. Шулай ҙа республикала ВИЧ-инфекцияға бәйле хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Дөйөм алғанда, 2024 йылда Башҡортостанда тәүге тапҡыр ВИЧ диагнозы ҡуйылған 1370 пациент теркәлгән. Ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 33,7 кеше тәшкил иткән. Республикала беренсе ВИЧ-инфекциялы теркәлгәндән һуң бөтәһе 43 меңдән ашыу сирле асыҡланған. Уҙған йылдың аҙағына 20,6 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы диспансерҙа иҫәптә торған (йәки ошо инфекцияны йоҡторғандарҙың 93,5 проценты). Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда СПИД менән 630 мең кеше вафат булған. Көн һайын меңәрләгән кеше зарарлана, ә бит күптәр был хаҡта бер ни ҙә белмәй.
ВИЧ-инфекция кеше вирусы иммунодефициты (ВИЧ) менән зарарланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән оҙайлы инфекцион ауырыу.
СПИД (иммунодефицит синдромы — кешелә иммунитеты түбән булыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән сирҙәр комплексы) — вич-инфекцияның һуңғы стадияһы, был осраҡта вич-инфекциялы кешеләрҙә иммунодефицит менән бәйле үлемгә килтереүсе икенсел ауырыуҙар барлыҡҡа килә. ВИЧ-инфекцияның һуңғы стадияһы — икенсел сирҙәрҙең кире ҡайтарылмаҫлыҡ ағымы менән сағыла. Һөҙөмтәлә, сирле кеше бер нисә ай эсендә вафат була.
ВИЧ-инфекцияны профилактикалау саралары:
— осраҡлы енси бәйләнешкә инеүгә юл ҡуймау, һаҡлауныу сараларын ҡулланыу;
— даими партнерҙар менән генә енси мөнәсәбәткә инеү;
— ВИЧ-ҡа даими тикшеренеү үтеү;
— наркотиктар ҡулланыуҙан баш тартыу;
— бер тапҡыр ҡулланыла торған шприцтар һәм энәләр ҡулланыу;
— мәғлүмәт хәбәрҙәре: киң мәғлүмәт сараларында сирҙе йоҡтороу хәүефе тураһында иҫкәртеүҙәр, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау;
— шәхси гигиена сараларын ҡулланыу: бритвалар, маникюр кәрәк-яраҡтары һ. б.;
— ҡолаҡтарҙы тишкәндә стериль инструменттар ҡулланыу;
— контрацепция ҡулланыу. Һәр ваҡыт үҙең менән презервативтар йөрөтөргә кәрәк. Һаҡланмаған енси мөнәсәбәттәргә инмәгеҙ.
Лилиә ТУҠТАРОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһының эпидемиология бүлеге мөдире.
Фото - башинформ.