Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
28 Май 2025, 11:21

Стәрлетамаҡта өлкәндәр поликлиникаһы төҙөлә

...яңы поликлиника яҡын тирәләге дауалау учреждениелары эшен еңеләйтәсәк...

Стәрлетамаҡта өлкәндәр поликлиникаһы төҙөлә
Стәрлетамаҡта өлкәндәр поликлиникаһы төҙөлә

Төҙөүселәр урамында, 23-сө полилингваль мәктәп ҡаршыһында, яңы поликлиника төҙөләсәк. Әлеге ваҡытта проект-смета документтары эше бара. Проект буйынса унда дөйөм майҙаны 9 мең квадрат метрлы өлкәндәр поликлиникаһы буласаҡ, тип күҙаллана. Шулай уҡ, унда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм травмпункт урынлашасаҡ.

- Ҡалабыҙҙың Көнбайыш биҫтәһендә күп кеше йәшәй, шуға күрә яңы поликлиника яҡын тирәләге дауалау учреждениелары эшен еңеләйтәсәк, - тине ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов был хаҡта.

Ошо маҡсат өсөн урын күптән һайлап ҡуйылған, ул ҡулайлығы буйынса уңайлы, бөтә кәрәкле инженер коммуникациялары үткәрелгән, парковка урындары булдырыу мөмкинлеге лә бар. Поликлиника проекты тамамланғас, ул дәүләт экспертизаһына йүнәлтеләсәк, уның ҡарарына төҙөлөш ваҡыты бәйле була ла инде.

Фото һәм мәғлүмәт - Э.Шәймәрҙәнов сәхифәһенән.

Стәрлетамаҡта өлкәндәр поликлиникаһы төҙөлә
Стәрлетамаҡта өлкәндәр поликлиникаһы төҙөлә
Стәрлетамаҡта өлкәндәр поликлиникаһы төҙөлә
Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас