Рәил Фәйзулла улы Ғарифуллин бына утыҙ йылдан ашыу ваҡыт инде медицинаға хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта ул 1-се ҡала клиникаһының онкология бүлеген етәкләй. 1994 йылда Өфө медицина институтын уҡып бөткәс, ҡулына диплом алған йәш белгес Стәрлетамаҡҡа юллана. Хеҙмәт юлын ул ҡалалағы балалар хирургы булараҡ башлай. Һуңыраҡ ҡалала балалар онкология хеҙмәтен башлап ойоштороусы була. Алты йыл эшләгәндән һуң булдыҡлы табип Стәрлетамаҡ 1-се ҡала клиник дауаханаһының онкология бүлегенә эшкә саҡырыла һәм әле лә шунда хеҙмәт итә.
Төп күҙәтеүсе – күҙҙәр менән ҡулдар
– Операциянан һуң биш көн иң хәүефле осор, – тип таныштыра эш үҙенсәлектәре менән хирург. – Хатта ун көнгә тиклем даими күҙәтеп торорға кәрәк. Ғөмүмән, онкологияла бер ҡалыпҡа һалынған стандартлы операциялар булмай. Бер ағзаға операция эшләгәндән һуң икенсе бер ерҙән тромбоз, язва килеп сығыуы ла ихтимал. Ҡайһы берҙә йәнәш ағзаларҙы ла алып ташларға тура килә.
Ҡорамал барыһын да күреп бөтмәҫкә лә мөмкин. Иң төп күҙәтеүсе – күҙҙәр менән ҡулдар, үҙең күҙ менән күреп, ҡул менән тойомлап эшләгәндә барыһы ла аңлашыла.
Ауырыу иҫкәртмәй, үҙен һиҙҙертмәй, шым ғына килә, ауырыу организмға яраҡлаша. Күптәр эсәк рагын геморрой тип уйлап йөрөй, тип иҫкәртә тәжрибәле доктор. – Шуға күрә табиптарға даими күренергә кәңәш итәм. Ғөмүмән, кешеләргә теләгем шул: ваҡытында диспансерлаштырыу үтһендәр. Ауырыу ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, дауалау ҙа шул тиклем һөҙөмтәлерәк һәм һауығыуға ла ышаныс ҙурыраҡ була.
Күбеһенсә эсәккә, ашҡаҙанға, күкрәк биҙе, гинекология, тире сирҙәренә операциялар эшләргә тура килә икән.
Балалар араһында ла күп...
– Башҡортостанда төбәк әһәмиәтендәге дүрт онкологик ауырыуҙарҙы дауалау учреждениеһы бар – бер онкодиспансер, өс онкология бүлеге. Шуларҙың береһе Стәрлетамаҡта. Беҙҙең онкология бүлегенә алты район ҡарай: Ғафури, Ишембай, Миәкә, Ауырғазы, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондары инә. Беҙҙә заманса тейешле ҡорамалдар бар, – тип һөйләй етәксе. – Мәҫәлән, минималь инвазив, аҙ травматик (махсус ҡорамалдар ҡулланып тәндә бәләкәй генә тишектәр аша операция яһау). Ә скрининг ауырыуҙы иртә стадияһында асыҡларға мөмкинселек бирә, ауырыу барлыҡҡа килеү хәүефен асыҡларға ярҙам итә.
Ультратауыш диагностикаһы тикшереү (УЗИ), рентген, флрюорография, маммография, компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы (МРТ), позитрон эмиссия томографияһы (ПЭТ) ПЭТ-КТ кеүек заманса ҡорамалдар ярҙамында тикшереүҙәр уҙғарабыҙ. Был ҡорамалдарҙың барыһы ла беҙҙә бар, әммә күп кеше белмәй, Өфөгә йөрөйҙәр. Юлға сығымдар китә, ә бит күп ауырыуҙарҙы үҙебеҙҙә дауаларға була.
Үкенескә ҡаршы, табип һөйләүенсә, балалар араһында ла онокология сирҙәре күп. Мәҫәлән, нейробластома симпатик (үҙәк) нервы системаһының яман шеше, нефробластома бәүел-енес системаһы шеше, лейкоз (ҡан рагы, лейкемия) кеүек яман ауырыуҙар йыш осрай.
– Үткән йыл беҙ 1091 операция эшләнек, – ти Рәил Фәйзулла улы. – Уртаса көнөнә дүрт-алты операция тура килә. Ҡайһы берҙә бер ауырыуға бер юлы икешәр операция эшләргә лә тура килә.
Онкология бүлегенең операция блогында әлеге ваҡытта дүрт хирург, ун шәфҡәт туташы эшләй: Шәрипов Азат Марс улы, Солтанов Илнар Илсур улы, Зәйнуллин Рөстәм Илдар улы, дүртенсеһе – Юнысов Фәнис Фәнил улы әлеге көндә махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Бүлектең өлкән шәфҡәт туташы – Мәхмүзә Рәис ҡыҙы Мырҙабаева. Киләсәктә бүлекте ҙурайтырға уйлайҙар.
Хәрби медицина академияһында уҡыуҙың файҙаһы
Мәктәптә тик “биш”кә генә уҡыған Рәил башта хәрби училищеға барырға уйлай, ләкин уға медицина университетына барырға кәңәш итәләр.
Туғыҙынсы класта уҡығанда ул “Комсомольская правда” гәзитендә бер белдереү күреп ҡала. Унда Таганрог ҡалаһындағы хәрби медицина акдемияһына уҡырға саҡыралар. Шулай итеп, ике йыл ситтән тороп хәрби медицина академияһында белем алыу буласаҡ һөнәрендә бик кәрәкле була. “Әгәр шунда уҡымаһам, институтта уҡыуы бик ҡыйын булыр ине”, – тип иҫләй хәҙер табип.
Юғары профессионализм, киң эрудиция, итәғәтлелек, хеҙмәттәштәренә һәм пациенттарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыу, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙә тәүәккәллек – онкологик ауырыуҙарҙы дауалағанда бына ошо сифаттары ярҙам итә докторға.
Бөгөн Рәис Фәйзулла улы Ғарифуллин – ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы, йәшәүҙән өмөтөн өҙгәндәргә ҡул тылсымы менән генә түгел, йән йылыһын да өләшеп, өмөт сатҡылары ҡабыҙыусы доктор, юғары категориялы табип, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, табиптар араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса республика конкурсында “Иң шәп онколог” номинацияһында еңеүсе һ.б.һ.б.
Ғүмерен донъялағы иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәргә арнап, күпме ауырыуҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған абруйлы табип, өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрле атай ҙа ул сығышы менән Ишембай районы Үрге Әрмет ауылы егете. Ҡатыны Зилиә – Стәрлетамаҡ ҡыҙы, һөнәре буйынса иҡтисадсы. Улдары Эмиль юрист, ҡыҙҙары Ралина атаһынын юлын һайлаған – медицина университетының 3-сө курсында белем ала.
– Форсаттан файҙаланып, бергә эшләгән коллегаларымды яҡынлашып килгән һөнәри байрамыбыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! ” – тип тамамланы һүҙҙе әңгәмәсем. – Һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә һәм шәхси тормоштарында уңыштар юлдаш булһын. Донъялар имен булһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау тыуған яктарына әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә ҡалам.
Беҙ ҙә ошо ҡотлауҙарға ихлас ҡушылабыҙ! Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, киләсәктә юлдарығыҙҙа тик рәхмәтле пациенттар ғына осрап торһон, хөрмәтле табиптар!
Роза САФИНА.
Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.