Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
10 Сентябрь 2025, 10:58

Төнәтмәһе лә ныҡ файҙалы

Ҡан баҫымы юғары булғанда, ашҡаҙан-эсәк буйы, гиповитаминозда, һыуыҡ тейҙереп ауырығанда уның кипкән япрағынан сәй файҙалы. Яңы өҙөлгәнен тәмләткес үлән һымаҡ ашҡа ла һалып ебәрергә була.

Төнәтмәһе лә ныҡ файҙалы
Төнәтмәһе лә ныҡ файҙалы

Ҡан баҫымы юғары булғанда, ашҡаҙан-эсәк буйы, гиповитаминозда, һыуыҡ тейҙереп ауырығанда уның кипкән япрағынан сәй файҙалы. Яңы өҙөлгәнен тәмләткес үлән һымаҡ ашҡа ла һалып ебәрергә була.

Һырғанаҡ япрағы төнәтмәһен быуындар һыҙлағанда ла ҡулланырға ярай. (Бер ҡалаҡ ваҡланған япраҡҡа бер стакан һыу ҡойоп 10 минут ҡайнатырға ла көнөнә яртышар стаканлап ике тапҡыр эсергә).

Гиповитаминоздан файҙалы. 5г ҡоро япраҡты бер стакан һыу ҡойоп ҡайнатып эсергә.

Ашҡаҙан-эсәк буйы ыҙалатып торһа, шулай уҡ япрағын, хатта ботағының төнәтмәһен эсергә.

Тире ауырыуҙары йонсотһа, ваннаға ботаҡтарыны төнәтмәһен һалып ятырға була.

Һырғанаҡ емешенд һәм япрағында кумарин тигән матдә бар, ул ҡан тамырҙарында тромбтар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай.

Һыуыҡ тейҙергәндә, ярағын төнәтмә итеп ҡулланырға.

Стоматит һәм периодитүнтитты дауалағанда ла һөҙөмтәле.

Шәкәр диабетын иҫкәртергә, анемияла, атеросклерозда ла япрағыының сәйе файҙалы.

Холестирин юғары булғанда һәм һимеҙлектән дә ярҙам итә.

Сығанаҡ һәм фото.

Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас