Финик емеше холестерин кимәлен һәм баҫымды кәметергә ярҙам итә, йөрәкте һаҡлай һәм инсульт хәүефен кәметә. Уның составында организмды нығытыусы һәм һаулыҡты һаҡлаусы бик күп ҡиммәтле матдәләр бар.
Төп файҙалы үҙенсәлектәре:
- Тимерҙең бай сығанағы. 100 грамм емештә 0,9 мг самаһы бар, был тәүлек нормаһының 11 процентын тәшкил итә. Тимер гемоглобин һәм эритроциттар кимәлен көйләй, туҡымаларҙы кислород менән тәьмин итеүҙе яҡшырта. Айырыуса анемия, йөклөлөк ваҡытында һәм балалар өсөн файҙалы.
- Диареяны иҫкәртә. Калий эсәк микрофлораһын тергеҙә һәм файҙалы бактериялар үҫешенә булышлыҡ итә.
- Эс ҡатыу менән көрәшә. Төндә һыуға һалынған финиктар һәм уларҙан килеп сыҡҡан төнәтмә тәбиғи йомшартҡыс кеүек тәьҫир итә.
- Ауырлыҡты кәметеүгә булышлыҡ итә. Финиктар туйындыра, унда холестерин юҡ һәм ауырлыҡты контролдә тоторға ярҙам итә, әммә шәкәр миҡдары юғары булғанлыҡтан, уларҙы ипләп ҡулланырға кәрәк.
- Холестерин кимәлен көйләй. Ҡан тамырҙарын таҙарта һәм тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡамасаулай.
- Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта. Һыуҙа ебетелгән һәм ваҡланған финиктар йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығыта.
- Ҡан баҫымын нормалләштерә. Калий һәм магний ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта, шул уҡ ваҡытта составында натрий юҡ тиерлек.
- Инсульт хәүефен кәметә. Рационда калийҙың етерлек күләмдә булыуы уның үҫеш ихтималлығын 40 процентҡа тиерлек кәметә.
"Башҡортостан гәзите"нән.