Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
12 Ноябрь 2025, 14:17

Цикориймы, ҡәһүәме?

Ҡәһүәнән һәм ҡаты сәйҙән айырмалы рәүештә, ул ҡан баҫымын күтәрмәй, киреһенсә көйләй. Уның тағы ниндәй файҙалы сифаттары бар һәм өй шарттарында нисек әҙерләргә? 

Цикориймы, ҡәһүәме?
Цикориймы, ҡәһүәме?

Цикорий тамыры борон-борондан файҙалы, шифалы сифаттары менән билдәле булған һәм даими ҡулланылған. Данлыҡлы Әбүғәлисина цикорийҙың ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә, күҙ ауырыуҙарынан яҡшы сара булыуын билдәләгән. Батша заманында Рәсәй был үҫемлек тамырын экспортҡа сығарыу йәһәтенән иң алдынғыларҙан һаналған.

Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа онотолған үҫемлек магазин кәштәләрендә ныҡлап урын ала башланы. Әммә барыбер ул сәй, ҡәһүә кеүек популяр түгел әле. Ҡәһүәнән һәм ҡаты сәйҙән айырмалы рәүештә, ул ҡан баҫымын күтәрмәй, киреһенсә көйләй.

Цикорийҙы өй шарттарында ла әҙерләп була. Бының өсөн иртә яҙ йәки ҡара көҙҙә уның тамырҙарын ҡаҙып алып, яҡшы итеп йыуып, еләҫ урында киптерергә кәрәк. 60 градусҡаса йылытылған мейестә лә яҡшы кибә, тик мейес ҡапҡасын саҡ ҡына асып ҡуйығыҙ.

Кипкән тамырҙы турап, табала ҡыҙҙырып алығыҙ, әҙер була барыуға ҡәһүәгә тартым тәмле еҫ таралыр. Артабан блендер йәки ҡәһүә ваҡлағыс ярҙамында яҡшылап ваҡлағыҙ.

Был эсемлекте шәкәр диабеты менән сирлеләргә лә эсергә мөмкин, сөнки цикорий тамырында крахмал һәм шәкәрҙе алмаштырған тәбиғи матдә – инулин бар. Ғөмүмән, эсемлектең файҙалы сифаттары бик күп. Шулай ҙа уны ҡан тамырҙары, варикоз, геморрой, үҫемлектең үҙенә аллергия булған осраҡтарҙа эсергә кәңәш итмәйҙәр.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/ashkadarstr  ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас