Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
23 Декабрь 2025, 15:34

Уяулыҡ һәм ябай хәстәрлек һыуыҡтан яҡлаясаҡ

Үҙ эшенең оҫталары – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары кәңәш итә.

Уяулыҡ һәм ябай хәстәрлек һыуыҡтан яҡлаясаҡ
Уяулыҡ һәм ябай хәстәрлек һыуыҡтан яҡлаясаҡ

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре һыуыҡтарҙы һаулыҡҡа зыян килтермәй үткәреп ебәреү буйынса кәңәштәр бирә.

Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанды, шул иҫәптән уның көньяҡ өлөшөн дә алдағы ике тәүлектә 30 градусҡа тиклем һәм унан да күберәк ҡаты һыуыҡтар көтөлә. Организмға зыян килтермәйенсә бындай етди һыуытыуҙы нисек үткәрергә?

Ҡаты һыуыҡтар-уңайһыҙлыҡ ҡына түгел, ә организм өсөн ысын һынау. Ҡаты һыуыҡта йылының төп дошмандары – һыуыныу һәм туңыу, ҡайһы берҙә ул һиҙҙермәй генә үтеп инә. Уларҙың тәүге билдәләрен ваҡытында асыҡлай белеү ңҙегеҙҙе йәки эргәләге кешене ҡотҡарырға ярҙам итә.

НИМӘ УЛ ГИПОТЕРМИЯ

Һыуыныу (йәки гипотермия) организм башҡа йылылыҡ етештерә алмағас һәм уны тиҙ юғалта башлағас башлана. Нимәгә иғтибар итергә: туҡтауһыҙ ҡалтырау, ҡапыл тынып ҡалыу - бик борсоулы ҡыңғырау! Яйлау “туҡтатылған” хәрәкәттәр һәм телмәр. Уйҙағы буталсыҡ, көслө йоҡо килеү, апатия. Әгәр был билдәләргә иғтибар итмәһәң, йөрәк, мейе һәм аңды юғалтыу кеүек етди өҙөгөүҙәргә илтеүе ихтимал.

МӘКЕРЛЕ ЙӘРӘХӘТ - ТУҢЫУҒА ИҒТИБАР ИТМӘҪКӘ ЛӘ МӨМКИН

Был түбән температура тәьҫире арҡаһында тән туҡымаһына зыян килә. Һөжүмгә, тәү сиратта, ҡул һәм аяҡ бармаҡтары, ҡолаҡтар, танау, яңаҡтар һәм насар һаҡланған өлөштәре эләгә. Хәүефле билдәләр: тәндең ойоуы, энәләр сәнскән төҫлө. Тире төҫө аҡ, зәңгәр була, хатта балауыҙ төҫөнә лә инә. Зыян күргән урын ғәҙәттәгесә тығыҙ йәки ҡаты булып күренә. Әгәр оҙаҡ ваҡыт саралар күрелмәһә, оҙаҡ ваҡыт һиҙгерлеген юғалтыу, туҡымаларға тәрән зыян килтереү һәм ҡатмарлы, оҙайлы дауалау менән янай.

ҠОТҠАРЫУ АЛГОРИТМЫ – НИМӘ МӨМКИН ҺӘМ НИМӘ ЯРАМАЙ

Әгәр бәләгә тарыһағыҙ, аныҡ эш итегеҙ һәм паникаға бирелмәгеҙ. Туңған кешене ашығыс рәүештә йылы урынға алып барығыҙ! Уның һыуланған йәки туңған өҫ һәм аяҡ кейемен һаҡ ҡына сисегеҙ. Зыян күреүсене яйлап ҡына йылытығыҙ. Кешене юрғанға йәки йылы кейемгә төрөгөҙ, йылы эсемлек тәҡдим итегеҙ (әммә ул эҫе йәки ҡайнар булырға тейеш түгел!).

ҠӘТҒИ ТЫЙЫЛА!

Туңған урындарҙы ҡар менән һөртөү, йылытыу, ҡулдарҙы йәки аяҡтарҙы эҫе һыуға төшөрөү, шулай уҡ “йылытыу өсөн” алкоголь биреү тыйыла.

Белгескә хәбәр итегеҙ. Әгәр һеҙ бәләгә тарыған кешелә ауыр симптомдар күҙәтһәгеҙ (кеше ысынбарлыҡ менән бәйләнеште юғалта, ҡалтырауҙан туҡтай, көслө туңыу билдәләре бар) кисекмәҫтән ашығыс хеҙмәттәргә 112 йәки 103 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк.

НИСЕК ҺЫУЫҠ ТОҘАҒЫНА ЭЛӘКМӘҪКӘ?

Ҡат-ҡат кейенәбеҙ. Бер нисә ҡат дөрөҫ материалдарҙан кейем (термо кейем, флис, мембраналы өҫ кейеме) иң яҡшы туҡымаларҙан кейемдәр. Иң мөһиме: һыу үткәрмәй торған аяҡ кейеме, ҡалын баш кейеме, мамыҡ йәки йөн бейәләй (улар бирсәткәләргә ҡарағанда яҡшыраҡ йылыта!) һәм шарф.

Һыуыҡ көндө һәр 15-20 минут һайын битегеҙҙе һәм ҡолаҡтарығыҙҙы тикшереп тороғоҙ, шулай уҡ балаларҙың хәлен контролдә тоторға кәрәк. Маршрутты алдан планлаштырығыҙ. Бер урында оҙаҡ ваҡыт тик тормағыҙ. Ҡайҙа барырға икәнен алдан уҡ уйлап ҡуйығыҙ.

МИФТАРҘЫ ЮҠҠА СЫҒАРАБЫҘ

Алкоголь йылыта тигәнгә ышанмағыҙ Спиртлы эсемлектәр ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм йылы юғалтыуҙы тиҙләтә генә, организмға тағы ла күберәк хәүеф килтерә.

Әгәр урамда көслө һыуыҡ билдәләре булған кешене күрһәгеҙ, битараф булмағыҙ. Тиҙ арала 112 һандары буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, тап һеҙҙең битараф булмауығыҙ кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итеүе ихтимал.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ә тышҡа сыҡҡас, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡайһы берҙә уяулыҡ һәм ябай хәстәрлек тә һыуыҡтан яҡшыраҡ һаҡлар.

Әлфиә Мансурова.

Автор фотоһы.

Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас