

«Дауаханаларҙа пациенттар ҙа, эш урынын ҡалдырып китә алмаған медицина хеҙмәткәрҙәре лә тауыш бирергә мөмкин», - тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле.
Тимур Екимов һүҙҙәренсә, Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау барышында медицина ойошмаларында граждандарҙың йәшәгән урыны буйынса 96 һайлау участкаһы эшләй. Медицина колледждары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм башҡалар. Медицина учреждениеһы майҙансығында тауыш биреү әүҙем бара, ти Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһының баш табибы Булат Ғәрифуллин.
«Процент нисбәтендә был республика буйынса һайлау участкаһына ҡарағанда юғарыраҡ», - тип билдәләне дауахана етәксеһе.