Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Һайлау
11 Сентябрь 2023, 07:23

Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бара

Башҡортостанда, бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса, «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ — лидерҙар иҫәбендә, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бараБашҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бара
Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бара

Яҡынса йомғаҡтар буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһы 69,92% тауыш йыйған. Уның өсөн 753,5 меңдән ашыу һайлаусы тауыш биргән.

КПРФ өсөн — яҡынса 122,2 мең кеше (11,34% тауыш).

ЛДПР өсөнсө урында — 79 меңдән ашыу һайлаусы (7,33% тауыш).

«Ғәҙел Рәсәй — Хәҡиҡәт өсөн» партияһы вәкилдәре өсөн 76,3 мең самаһы кеше тауыш биргән (7,08% тауыш).

«Яңы кешеләр» партияһы әле биш процентлыҡ сиккә барып етмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 37,2 меңдән ашыу һайлаусы ошо партияны һайлаған (3,46% тауыш).

10 сентябрҙә Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға биш йылға 110 депутат һайланды. Бынан тыш, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге советына, Шишмә һәм Приют ҡасаба советтарына һайлау, шулай уҡ республиканың 772 ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау уҙҙы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-09-11/bash-ortostanda-byulletend-r-e-76-eshk-rte-yom-a-tary-buyynsa-ber-m-r-s-y-alda-bara-3430203

 

 

Автор:
Читайте нас