Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
20 Сентябрь 2023, 18:00

Башҡортостанда үткән һайлауға бәйле биш ҡыҙыҡлы факт

Башҡортостанда республика парламентына тауыш биреү тамамланды. Һеҙҙең иғтибарға иң мөһим яңылыҡтарҙы һәм һөҙөмтәләрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостанда үткән һайлауға бәйле биш ҡыҙыҡлы факт
Башҡортостанда үткән һайлауға бәйле биш ҡыҙыҡлы факт

1. Һайлаусыларҙың яртыһынан күбеһе тауыш бирҙе

Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, һайлауҙа ҡатнашыусыларға ҡағылышлы рәсми күрһәткес 51,7 процент тәшкил иткән, йәғни 2989078 һайлаусының 1545913-ө гражданлыҡ бурысын үтәгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, барлығы 110 депутат һайланыҡ: яртыһы – партия исемлеге, яртыһы – бер мандатлы округтар буйынса, һуңғыһында билдәле бер кеше өсөн тауыш бирергә кәрәк ине. Бынан тыш, республиканың ҡала һәм райондарында урындағы Советтарға депутаттар һайланылар.

– Тәү сиратта, кемгә өҫтөнлөк биреүҙәренә ҡарамайынса, тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан республика халҡына рәхмәт. Ҡатнашыу кимәле ярайһы уҡ юғары булды. Традицияға ярашлы, райондар халҡы дәррәү тауыш бирҙе. Шул уҡ ваҡытта эре ҡалаларҙың да әүҙем ҡатнашыуын билдәләгем килә. Беҙгә парламенттың йәмғиәттең асылын мөмкин тиклем асыҡ сағылдырыуы мөһим, - тине Радий Хәбиров.
«Иң ауыр өлөш – вәғәҙәләрҙе үтәү мәле етә. Һеҙ иң ҡыйыу маҡсаттарға ла өлгәшә алаһығыҙ. Башҡортостанда барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам», - тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең рәйесе Дмитрий Медведев.

2. Кампания һәм һайлау тыныс үтте

Был кампания оҙаҡ йылдар дауамындағы һайлауҙарҙың иң һүлпәндәренең береһе булды, тигән тойғо ҡалды. Кандидаттар артыҡ аҡса сарыф итмәне, бер-береһен «батырманы», бары тик кешеләргә үҙҙәренең маҡсаттары һәм бурыстары тураһында еткерҙе.

Быны партиялар ҙа, хатта оппозиция һаналған коммунистар ҙа раҫлай. Тауыш биреү бөткәс, улар һайлауҙың тыныс шарттарҙа үтеүе, закон боҙоу осраҡтарының булмауы һәм һөҙөмтәләр менән риза булыуы хаҡында белдерҙе.

«Һайлау кампанияһы барышында «ҡыҙыу линия»ға 321 мөрәжәғәт һәм 102 яҙма хәбәр алынды. Һайлау тураһында закондарҙы боҙоу осраҡтары асыҡланманы», – ти БР Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Илона Макаренко.

Киләһе йылда Башҡортостанда ике ҙур кампания үтә: мартта – Рәсәй Президентын, ә сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлау планлаштырыла. Был һайлау үҙенә күрә имтихан булды, уны республика уңышлы тапшырҙы.

3. Состав яртыһынан күберәккә алмашынды

Яңы парламентта алты партияның вәкилдәре буласаҡ: «Берҙәм Рәсәй» абсолют күпселеккә эйә булды, артабан КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн патриоттар» килә, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина («Яңы кешеләр» партияһы) һәм

«Йәшелдәр» Рәсәй экология партияһының рәйестәше Руфина Шаһапова бер мандатлы округ депутаты булараҡ үтте. Шулай уҡ үҙен үҙе тәҡдим иткән дүрт кеше бар.

Яңыртылған парламенттың тәүге ултырышы 5 октябрҙә була. Депутаттар рәйес, уның урынбаҫарҙарын һайлаясаҡ, ниндәй комитеттар буласағын һәм уларҙа кемдәр эшләйәсәген хәл итәсәк. Әҙерлек эштәре менән һәр фракция депутаты ингән ойоштороу комитеты шөғөлләнә. Ул депутаттар иғтибарына сығарыласаҡ тәҡдимдәр әҙерләй.

4. Әүҙем йәмәғәтселәр күп һайланды

«Беҙ парламентта бихисап яңы кешеләрҙе күрәсәкбеҙ. Улар араһында билдәле шәхестәр ҙә бар. Улар депутат эшмәкәрлегендә лә үҙҙәрен күрһәтер тип ышанабыҙ», – тине парламент спикеры Константин Толкачев.

Ысынлап та, һәр береһен айырым ҡараһаң, яңы составта чиновниктар һәм директор-бизнесмендар аҙ, ә йәмәғәт эшмәкәрҙәре күп кенә. Араларында, ирекмән булараҡ, коронавирус осоронда, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа үҙен халыҡҡа файҙалы яҡтан күрһәтеүселәр бихисап. Улар оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән стратегиялар ҡормай, ә кешеләрҙең аныҡ мәсьәләләрен ошонда һәм әле үк хәл итеү яҡлы. Күсәгилешлек тә һаҡлана: депутаттарҙың бер өлөшө икенсе йәки өсөнсө тапҡыр һайлана, улар эште белә һәм халыҡ араһында ҙур хөрмәт менән файҙалана. Шуға күрә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эш туҡтамаясаҡ. Яңы һайланғандар араһында республика өсөн ҙур эштәр башҡарғандар ҙа бар. Мәҫәлән, беҙҙә көрәш мәктәбе селтәре асҡан джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы, ММА һуғышсыһы Джефф Монсон, Олимпия чемпионы Алина Заһиҙуллина, рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев, бард Рәмил Бәҙәмшин һәм башҡалар.

5. Хөкүмәттә өс ағза алмашына

Радий Хәбировтың был һайлауҙы хөкүмәтте яңыртыу өсөн ҡулланыуын да билдәләп үтмәйенсә булмай. Депутатлыҡҡа кандидаттар араһында вице-премьер Илшат Тажетдинов, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров бар ине. Улар барыһы ла үткән, әммә хәҙер һайларға тейештәр, сөнки закон буйынса кеше бер юлы депутат та, чиновник та була алмай. Өсөһө лә эше буйынса яҡшы баһалана, мөһим йүнәлештәр өсөн яуаплы булдылар.

Шуға күрә Ҡоролтайға китеү – эштән ебәрелеү түгел, ә карьераның яңы этабы.

Үҙ тауышын 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты директоры Салауат Ғәлимуллин бирҙе.

Автор:
Читайте нас: