Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
29 Ғинуар , 20:00

Азат Ғәлимханов Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп 49 йәшлек Азат Ғәлимханов һайланды. Бөгөн республика Үҙәк һайлау комиссияһының 66-сы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде.

Азат Ғәлимханов Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде
Азат Ғәлимханов Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрь аҙағында Илона Макаренко Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вәкәләттәрен тапшырҙы.

24 ғинуарҙа Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына Азат Ғәлимхановты комиссия рәйесе итеп һайларға тәҡдим итте. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 151-се ултырышында Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

Азат Ғәлимханов «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына былай тип яуап бирҙе:

«Ил президентын һайлауға 45 көн ҡалды. Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы булышлығында һайлауҙы ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ойоштора һәм үткәрә алырбыҙ тип ышанам», — тине республикаҮҙәк һайлау комиссияһының яңы етәксеһе.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-01-29/azat-limhanov-bash-ortostandy-k-aylau-komissiya-y-r-yese-itep-t-yenl-nde-3621646

 

Автор:
Читайте нас: