– Евгений Александрович, һайлауҙы ойоштороусылар менән осрашыуҙар барышында һеҙ “ИнформУИК” проектына ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Был нимә менән бәйле?
– Барлыҡ кимәлдәге һайлауҙарға әҙерлек барышында һайлаусыларға алда торған сара тураһында мәғлүмәтте еткереү, тауыш биреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләү мөһим, ә инде ил Президентын һайлауға бәйле сарала был айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән “ИнформУИК” проектын башлап ебәрҙе. Уны тормошҡа ашырыу барышында республика буйынса төрлө сәйәси партияларҙың вәкилдәре булған 11 меңдән ашыу участка һайлау комиссияһы ағзаһы өй беренсә йөрөп, һайлауҙа ҡатнашҡан кандидаттар, тауыш биреү алымдары һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәк. Улар тәүге бер нисә көндә барлыҡ йорт хужалыҡтарының 25 процентында йөрөп сығып, һығымталар яһаны. Шулай итеп, граждандарҙың 87 проценты һайлауға барасағын, тағы 7 проценты барырға тырышыуын белдергән. Төрлө математика моделдәренә таянып күҙаллағанда, Башҡортостанда халыҡтың Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашыу күрһәткесе 84-87 процент арауығында буласаҡ. Һуңғы һөҙөмтә һайлаусыларға тауыш биреү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе булдырыуға ла бәйле. Мәҫәлән, баяғы 25 процентҡа тиң йорт хужалыҡтарын алып ҡарағанда, 74 процент осраҡта һайлаусылар комиссия ағзаһы менән аралашҡан, шулай уҡ һайлаусыларҙың 17-20 проценты үҙ өйөндә тауыш бирергә теләүен әйткән.
– Участка һайлау комиссияһы ағзаларының йорт хужалыҡтары буйынса йөрөүенә кешеләр ниндәй ҡарашта?
– Бик һәйбәт мөнәсәбәттә. Һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусыларҙың өйҙәренә йөрөү тураһында граждандарҙы алдан тейешенсә иҫкәртеүгә ҙур көс һалды. Был эшкә киң мәғлүмәт саралары ла тос өлөш индерҙе.
Йорт хужалыҡтары буйынса йөрөүселәрҙе өҫтөнә кейгән брендлы япма һәм сумка буйынса танырға мөмкин. Һәр вәкилдә участка һайлау комиссияһы ағзаһының танытмаһы бар. Күпселек осраҡта кешеләр участка һайлау комиссияһы ағзаларына һәйбәт мөнәсәбәт күрһәтә, ихлас аралаша, һорауҙарға яуап бирә. Әлбиттә, төрлө сәбәптәр арҡаһында һайлау вәкилдәре менән аралашырға теләмәгән кешеләр ҙә бар, әммә ундай осраҡтар бик аҙ.
– “Мобиль УИК” проектын тормошҡа ашырыу граждандарҙың электораль әүҙемлегенә ниндәй йоғонто яһай ала?
– Миҫал килтерәм. Былтыр төбәк һәм урындағы кимәлдәге һайлауҙарҙа участка һайлау комиссиялары ошоға оҡшаш “МобильУИК” пилот проекты буйынса эшләне. Ул күләме буйынса күпкә бәләкәй. Участка һайлау комиссияһы ағзалары йорт хужалыҡтары буйынса йөрөгән биләмәләрҙә һайлаусыларҙың әүҙемлеге, ошондай уҡ башҡа һайлауҙар менән сағыштырғанда, 19 процентҡа юғарыраҡ булған. Быны һайлаусыларҙың алда торған мөһим сара, тауыш биреү алымдары тураһында тейешле мәғлүмәт алыуы менән аңлаталар. 2016 йылдан башлап Үҙәк һайлау комиссияһы әүҙем һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн граждандарға мөмкин булғанса шарттар булдырырға тырыша. Миҫалға өс көн тауыш биреү, “Мобиль һайлаусы”, күҙәтеүселәр ҡатнашлығында өйҙә тауыш биреү, дистанциялы алымда электрон тауыш биреү кеүек башланғыстарҙы килтерергә була.
– Был йүнәлештә тәүге ҙур аҙым “Мобиль һайлаусы” механизмын тормошҡа ашырыу тип әйтә алаһығыҙмы?
– “Мобиль һайлаусы” механизмы осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килмәне. Бығаса теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтарын ҡулланыу алымы айырым мәшәҡәттәр тыуҙыра ине, ялыуҙар ҙа күп булды. Мәҫәлән, бындай таныҡлыҡты алыу өсөн теркәлгән урының буйынса һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. “Мобиль һайлаусы” ҡушымтаһы ярҙамында һайлау мәлендә ҡайҙа булаһың, шунда ғариза ҡалдырып, тауыш бирергә мөмкин. Мәҫәлән, бөгөн күптәр вахта ысулы менән илдең башҡа төбәктәрендә эшләй, йәштәр башҡа ҡалаларҙағы уҡыу йорттарында белем ала. Ундай һайлаусылар үҙҙәре теләгән Күп функциялы үҙәккә йәки эргәләге территориаль һайлау комиссияһына, ә һайлау алдынан участка һайлау комиссияһына барып, ғариза яҙа ала. Һайлаусыларҙың күпселеге “Дәүләт хеҙмәттәре” порталын ҡуллана. “Мобиль һайлаусы” механизмы теркәү урыны буйынса үҙеңдең һайлау участкаңдан төшөп, илебеҙҙең теләһә ҡайһы мөйөшөндәге, Рәсәй Федерацияһының субъектындағы үҙең өсөн уңайлы участкаға теркәлеү мөмкинлеген бирә. Тәүге тапҡыр был алым 2017 йылда урындағы һайлауҙарҙа һынап ҡаралды, ә 2018 йылда үткән Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа илдең 5 миллион 700 меңгә яҡын гражданы “Мобиль һайлаусы” ҡушымтаһы ярҙамында тауыш бирҙе. Башҡортостан Республикаһына килгәндә, ул саҡта 129 мең самаһы кеше ғариза яҙып, шуларҙың 107 меңе ошо алымды ҡулланып һайлауҙа ҡатнашты. Йәғни “Мобиль һайлаусы” буйынса һайлаусыларҙың әүҙемлеге 83 процент тәшкил итте, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ.
– Рәхмәт, Евгений Александрович! Һайлаусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау – киләһе алты йылға ҡағылышлы мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға. Әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған һайлау механизмдары – һайлау участкаларына барыу, үҙең булған урында “Мобиль һайлаусы” ҡушымтаһын ҡулланыу, өйҙә тауыш биреү – барыһы ла һайлаусылар мәнфәғәтен уйлап эшләнә һәм 2024 йылдың 15, 16, 17 мартында үҙеңә уңайлы шарттарҙа тауыш биреү мөмкинлеген тыуҙыра.
“ИнформУИК” – алда торған Рәсәй Президентын һайлау тура- һында һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт биреү буйынса Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының проекты. Ул участка һайлау комиссияһы ағзалары тарафынан 2024 йылдың 17 февраленән 7 мартына тиклем тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһында 11 меңдән ашыу участка һайлау комиссияһы ағзаһы һайлаусыларға тауыш биреү алымдары, теркәлгән кандидаттар тураһында һөйләйәсәк, һайлау участкаларының ҡайҙа урынлашыуы хаҡында мәғлүмәт, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.
25 февралгә ҡарата “ИнформУИК” вәкилдәре республикалағы йорт хужалыҡтарының 62,5 процентын йөрөп сыҡҡан, 1 миллион 549 мең һайлаусы менән аралашҡан.
“Һайлауға бараһығыҙмы?” тигән һорауға халыҡтың 89 проценттан ашыуы ыңғай яуап биргән. Уларҙың 13 проценты өйҙә тауыш бирергә теләгән, ҡалғандар һайлау участкаһына барасағы тураһында әйткән.