Атап әйткәндә, һеҙ ғаиләгеҙ менән билдәләнгән көндәрҙең береһендә үҙегеҙҙең йәки ғариза менән беркетелгән һайлау участкаһына киләһегеҙ, тауыш бирәһегеҙ һәм һайлау комиссия ағзаларынан махсус QR-билет алаһығыҙ. Ошо билетты рахмат102.рф сайтында йәки билеттағы QR-код аша ҡушымтаға инеп, теркәйһегеҙ ҙә күрһәтелгән сайт ярҙамында һөҙөмтәләр көтәһегеҙ. Билеттарҙы теркәү менән проблема килеп сыҡҡан хәлдә, урында уҡ һайлау комиссия ағзаларына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Әйткәндәй, билеттарҙы теркәү 15 марттан уҡ ҡаралған. Бер телефон ярҙамында биш кешене (билетты) теркәргә мөмкин. Хатта балаларығыҙға ла билет алыу хоҡуғына эйәһегеҙ. Иң мөһиме, билеттарҙы һайлау ваҡыты үткәнгә тиклем йәки (15 мартта 20:00 сәғәткә тиклем) теркәп ҡалыу шарт.
Бүләктәр уйнатыу 15-17 мартта көн дә ойоштороласаҡ, шуға алданыраҡ тауыш биреп, алданыраҡ билет алып ҡуйыу отошло. Ә бына төп приздарҙы 30 апрелгә тиклем уйнатырға вәғәҙәләйҙәр.
“Рәхмәт” акцияһы буйынса магазиндарға, ресторан-кафеларға, икмәкханаларға, фитнес-клубтарға, аптекаларға ташламалар Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат, Сибай, Нефтекама, Күмертау, Октябрский, Бөрө, Белорет, Благовещен, Тумазы, Яңауыл ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Өфө, Иглин райондарында ҡаралған.