«Иртәнән тауыш биреү башлана, беренсе көн. Быйыл ул өс көн — 15 марттан 17- нә тиклем бара, — тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе. — Бөгөнгә Рәсәй президентын һайлауға әҙерлек тамамланған тиерлек. Участка һайлау комиссияларына бюллетендәр тапшырыла. Республиканың һайлау системаһы һайлауҙар үткәрергә әҙер тип әйтергә була».
Азат Ғәлимханов билдәләүенсә, барлыҡ участка һайлау комиссияларында Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре именлек, террор хәүеф буйынса тикшереүҙәр үткәргән.
«Республика һайлауҙарға әҙер тип иҫәпләйбеҙ», - тип йомғаҡ яһаны Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.