Яҡташыбыҙ 2022 йылдың октябренән Луганск республикаһы биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәр зонаһында. Бында ул тәьмин итеү взводында водитель, йөк машинаһында хәрби хеҙмәткәрҙәр, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек ташый.
«Ҡайҙа ғына булманым, ниндәй генә кешеләрҙе күрмәнем. Шул ваҡыттан алып дуҫтарым мине «Странник» тип йөрөтә, позывной уйларға тура килмәне», — тигән яугир «Иглинские вести» баҫмаһына.
Тыныс тормошта ул газ ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь булып эшләгән, унан алдараҡ инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Иртәгә үк яугир хәрби иптәштәре янына ҡайта.