Был йәһәттән улар ҡасан һәм ҡайҙа тауыш бирергә мөмкинлеген һөйләй, һайлау участкаһының адресын хәбәр итә, һаулыҡ торошо йәки башҡа сәбәптәр буйынса участкаға килә алмаған һайлаусыларға ярҙам итә.
Участка һайлау комиссияһы ағзаһының үҙе менән танытмаһы һәм кәрәкле полиграфия продукцияһы буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тауыш биреү көндәре – 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябре тип билдәләнгән. Был көндәрҙә Стәрлетамаҡта ике һайлау кампанияһы үтәсәк: Башҡортостан Башлығын һайлау һәм
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советының алтынсы саҡырылыш депутаттары өсөн тауыш биреү.
Г. БҮЛӘК.