Был минуттарҙа республиканың төрлө һайлау участкаларына ялға ҡайтҡан, йәки контракт тамамланыу, яраланыу сәбәпле махсус хәрби операциянан бөтөнләйгә ҡайтҡан ир-егеттәр ҙә ағыла.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Чечен Республикаһындағы хәрби конфликта, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азат Ҡыҙрасов та әлег генә үҙ тауышын бирҙе.
"Илебеҙ именлеге, республикабыҙҙың үҫеше, ҡалабыҙҙың тыныслығы һәммәбеҙгә бәйле! Һайлау участкаларында, яу яланында - ҡайҙа булһаҡ та беҙ, илебеҙ берәү - шул хаҡта онотмайынса, үҙ бурысыбыҙҙы үтәргә тейешбеҙ!" Һәммәгеҙҙе лә һайлау участкаларына саҡырып ҡалам", - тип белдерҙе Азат Ҡыҙрасов үҙенең бюллетенына билдә ҡуйғандан һуң.