Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
7 Сентябрь , 11:14

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа Мәскәүҙә лә тауыш бирергә мөмкин

Башҡортостанда республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн 3032 һайлау участкаһы эшләй. Шулай уҡ республика етәксеһе вазифаһына кандидаттарҙың береһе өсөн Мәскәүҙә лә тауыш бирергә мөмкин. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә лә өс көн һайлау участкаһы асыҡ. 

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа Мәскәүҙә лә тауыш бирергә мөмкин
Башҡортостан Башлығын һайлауҙа Мәскәүҙә лә тауыш бирергә мөмкин

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау өс көн – 6 сентябрҙән 8-енә тиклем бара. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Башҡортостан һайлаусылары араһында «Рәхмәт» акцияһы ойошторола, 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға юлламалар уйнатыла.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-09-06/bash-ortostan-bashly-yn-aylau-a-m-sk-l-tauysh-birerg-m-mkin-3915021

 

Автор:
Читайте нас: