

Варис ағаһы, уның кинәнеүен күргәс, көлөп ебәр-ҙе лә:
– Оҡшаймы? – тип һораны.
– Бик оҡшай! – Айсыуаҡ уйынсыҡтан күҙен алмай ғына яуапланы.
– Оҡшатырһың тип уйлағайным да.
– Рәхмәт, ағай! – Айсыуаҡтың тулҡынланыуҙан тауышы саҡ ишетелде.
– Аттар хаҡында нимәләр беләһең, йә, һөйлә әле, ҡустым!
– Белмәйем… – Айсыуаҡ уңайһыҙланды, иңбаш-тарын һикертеп ҡуйҙы.
– Белмәһәң дә белмәйһеңдер, бәләкәйһең шул әле. Тыңла, үҙем һөйләйем! – Варис ағаһы хәбәрен ихласлап башланы. – Ер йөҙөндә аттарҙың ике йөҙ иллегә яҡын тоҡомо бар. Шулар араһынан башҡорт аты көслө һәм талымһыҙ булыуы менән бүтәндәрҙән ныҡ айырыла. Башҡорт тоҡомо далалы ерҙә лә, таулы-урманлы яҡтарҙа ла йәшәй. Сасҡау һыуыҡҡа ла, йәйге селләгә лә бирешмәй. Тауҙарға еңел артыла. Тибендә үҙенә аҙыҡ таба. Һыуҙың таҙаһын ғына эсә. Бесән менән һоло ғына ашай. Күмәк атты йылҡы малы тип атайҙар.
Башҡорт ғүмер баҡый атһыҙ йәшәмәгән. Шуға ла «атһыҙ кеше – ҡанатһыҙ» тигән һүҙ бар. Тимәк, атһыҙ кешенең ярҙамсыһы, таянысы юҡ.
Башҡорт тоҡомоноң бейәләре бик һөтлө була. Бейә һөтөнән ҡымыҙ бешәләр. Ҡымыҙ – иҫ китерлек сихәтле эсемлек. Ҡымыҙ менән һауыға һыуыҡ тейеп ауырыған кеше. «Башҡорт яратҡан ике эсемлек бар – сәй менән ҡымыҙ» – боронғолар әйткән быны. Беҙҙең олатайҙар, өләсәйҙәр, йәғни ата-бабаларыбыҙ, ғүмер буйы ҡымыҙ эскән, шуға ла үпкә сире менән ауырымаған. Баҡһаң, ҡымыҙ үҙенең ҡатнашмаһы менән әсә һөтөнә тиң икән. Бигерәк тә йәй көнө – сәскәләр күп саҡта әҙерләнгән ҡымыҙ бик шифалы. Шуға ла бөйөк яҙыусылар Чехов һәм Толстой, Башҡортостанға килеп, ҡымыҙ менән дауаланған.
Ат башҡорт кешеһенең гел янында булған. Тоғро дуҫҡа арнап йырҙар сығарғандар:
Эстәрле буйҙарынан, ай, күренә,
Ҡарағайлы тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы! –
тип йырлаған ат ҡәҙерен белгән башҡорт. Ҡустым, ат тураһында һин ниндәй йыр беләһең? – Айсыуаҡҡа Варис ағаһы һынап ҡараны.
Малай тәүҙә ыҡ-мыҡ итте, уйланды, шунан ҡапыл йөҙө яҡтырҙы. Хәтерендә ҡалған юлдарҙы ҡабатланы:
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал!
– Афарин! Бына бит башҡорт яуға гел ат менән алдан барған! – Варис ағаһы Айсыуаҡты ихлас маҡтаны. – 1812 йылғы Ватан һуғышында француздар бына нәмә яҙып ҡалдырған: «Беҙ бигерәк тә уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған һыбайлы башҡорттарҙан ҡурҡабыҙ!»
Ә Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы немец илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән. – Варис ағаһы, һүҙенән туҡтап, Айсыуаҡҡа ҡарап торҙо ла тағы һорау бирҙе. – Һин уйынсыҡ атыңа ниндәй исем ҡушаһың?
– Аҡбуҙат! – тине Айсыуаҡ.
– Афарин! Ат йәнле башҡорт булырһың! – Варис ағаһы ҡустыһын тағы маҡтаны.
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.