Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
20 Октябрь 2023, 08:09

Мостай Кәримдең тыуыуына 104 йыл

Хыял булып тыуҙым. Заман үткәс, Әйләнермен бары хәтергә. Тик өлгөрһәм ине шул арала "Айны!" - тигән бер һүҙ әйтергә.  

Мостай Кәримдең тыуыуына 104 йылМостай Кәримдең тыуыуына 104 йыл
Мостай Кәримдең тыуыуына 104 йыл

Айны, кеше, ғәмһеҙ йоҡоңдан!
Көн яҡтырыр һин күҙ асыуҙан.
Һәм өнөңдә һаташыуҙан айны,
Аҙашыуҙан айны - шашыуҙан.

Мин үтермен. Исемем телдән төшөр.
Бәлки, ҡалыр ошо ораным.
Үҙ-үҙемдән һораманым "Һин кем?"
"Һин ни өсөнһөң?" - тип һораным.

(ОРАН)

Автор:
Читайте нас