Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
1 Февраль , 17:25

Бер ваҡыт ҡына

Йәш саҡта йөрөгән дискотекаларҙы һеҙ ҙә һағынаһығыҙмы? Беҙҙең заманда ул уйынға сығыу тип атала ине. Дискотека һүҙе һуңыраҡ килеп сыҡҡандыр. «Бөгөн клубҡа сығабыҙ!» Ошо һүҙҙең өйҙәге бөтә эште «һә» тигәнсе эшләткән тылсымы була торғайны. Иҙәнде ялтлатып йыуып, керҙәрҙе елпелдәтеп элеп, баҡсаға һыу һибеп, малды көтөүҙән алып ҡайтып бикләп, йәһәт кенә һыйырҙарҙы һауып, клубҡа сығып һыҙабыҙ.

Бер ваҡыт ҡына
Бер ваҡыт ҡына

Күп ваҡыт унда сығып һыҙыу өсөн тәүҙә әсәйҙән рөхсәт алаһың әле, ә уның «атайыңдан һорап сыҡ» тигәне ҙур нәщәлниктән кәрәкле ҡағыҙға ҡултамға ҡуйҙырыу менән бер! «Бер сәғәттән өйҙә бул!» Уларҙың бер тауыштан әйтелгән ошо һүҙе урамға уҡ сығып етә алмай, ҡапҡаға ҡыҫылып тороп ҡала... Беҙҙең йәшлек 90-сы йылдарға тура килде. Ул саҡтағы «Мальвина» салбарын, «Бойнц» кофтаһын иҫләйһегеҙме?

Шул салбар тип хыялланған саҡтарым иҫкә төшһә... күңелде әле лә һағыш баҫа. Ҡаланан «модный» егет-ҡыҙҙар ҡайтһа, беҙ, ауыл балалары, шуларҙан күҙҙе алмайбыҙ. Ныҡ итеп хыялланһаң, хыялдар тормошҡа аша тигәндәре дөрөҫтөр. «Мальвина»м юҡ тип ашауҙан яҙып ятҡан бер көндө ауылға сиғандар килеп төштө. Шаҡмаҡлы ҙур сумканан күренеп ятҡан джинсыны эләктереп өйгә йүгерҙем. Кейһәм – тап-таман! Ат хаҡы булһа ла, алып кейҙерҙеләр шул салбарҙы. Ул көндә ауылда минән дә бәхетле кеше булмағандыр! Кисте саҡ еткереп алып, уйынға сыҡҡас, «йөҙөк ҡашы» булып уртала бейегән «модный» “городскойҙарға” мин дә барып ҡушылдым. Барыбыҙҙың да сәстәр начес менән ҡабартылған, маңлай сәсе лак менән ҡатырылып бер яҡҡа янтайтылған, һәр беребеҙҙән «Цветы России» хушбуйының муйыл, сирень, ландыш еҫтәре аңҡый...

Клуб алдындағы ҡоймаға «Иж», «Восход», беҙҙең телдә «кәзә» тип йөрөтөлгән «Минск» мотоциклдары һөйәлгән. Ҡышын улар урынын егеүле аттар алмаштыра. Кемегеҙҙең күрше ауылға барам тип баҫыу буйлап матайҙа елдергәне булды? Һеҙ ҙә өс-дүрт саҡрымда ятҡан сит клубҡа бер барып бейер өсөн сатлама һыуыҡта ат санаһында бит туңдырып йөрөнөгөҙмө? Үҙебеҙҙә уйын булмаһа, өйләнмәгән ағайҙар совхоз тракторына йә машинаһына тейәп яҡын-тирә ауылға алып барып бейетеп ҡайтара торғайнылар әле беҙҙе. «Штобы юғалмағыҙ, бер-икене бейегеҙ ҙә, ҡайтабыҙ!» Уларҙың әйткәне – закон, үҙебеҙ «Руки верх»тың дәртле йырына һикергәләйбеҙ, үҙебеҙ ишектән күҙҙе алмай теге тракторҙы күҙәтәбеҙ. Сит ауылда тороп ҡалһаң – бөттө баш! Клуб тигәнебеҙ ауыр ишекле кирбес бина ине. Ул мейес менән йылытыла торғайны әле. Ҡыш өшөп инеп, түңәрәк мейескә һыйынып йә арҡаны, йә ҡулдарҙы йылытабыҙ.

...Ә уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа. Өйҙән сығып, ҡапҡаға ҡыҫылып ҡалған теге һүҙ ҙә онотола... «Ксюш, Ксюш, Ксюша, юбочка из плюша...» Был йырҙан клубтың иҙәне генә түгел, түшәм таҡталары ла һелкенгәндер. Татьяна Буланованың «Не плачь…»ына «медляк»та әйләнәбеҙ... «Тополиный пух, жара, июль…» тип йырлаған «Иванушки» егеттәренә барыбыҙ ҙа ғашиҡ инек, буғай... «Сбивая черным сапогом...» Был йырҙы ҡыҙҙар күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, ҡат-ҡат әйләндереп тыңлай, сөнки күптәренең егете армияла. Ике кассеталы магнитофон бер ялһыҙ беҙҙең көйҙө көйләй. «Итс май лаф»ты, «Касабланка»ны иҫләйһегеҙме?
Уйындың иң ҡыҙған мәлендә саф һауа һуларға тип тышҡа сыҡҡас, таң беленә башлағанын күреп ҡалаһың да, теләр-теләмәҫ кенә ҡайтыу яғына ыңғайлайһың. Бер-беребеҙҙе ташлау юҡ, һәр кемде ҡапҡаһына тиклем оҙатып ҡуябыҙ.

Күп ваҡыт өйҙәгеләр беҙҙең нисәлә ҡайтҡанды белмәй ҡала. Уларҙы уятмаҫ өсөн ишекте яй ғына асып инәһең дә, теге шығырҙаған иҙән һайғағына баҫыуҙан ҡурҡып, аяҡ ослап ҡына карауатыңа барып етеп, юрған аҫтына сумаһың. Тик гел улай рәхәт кенә килеп сыҡмай шул! Кис тағы уйынға сығырыңды уйлап, өс һыйырҙы һауып, күнәкте аласыҡҡа йә өй соланына индереп ҡуяһың әле. Ул арала әсәй тороп сыға. «Таң атҡансы нисек йөрөргә була икән ул!» Офоҡ сите ҡыҙарып килгәндә унан ишеткән иң ҡаты шелтә шул була.

Иртәгәһе кистә лә шул уҡ хәл ҡабатлана... Унан һуң да... Бөгөн беҙҙең замандағы кеүек клубҡа сығыу, дискотека юҡ ауылда. Йәштәр ҙә юҡ. Әлеге быуындың иҫкә алырлыҡ матур хәтирәләре лә булмаҫ кеүек. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡулына телефон алып, үҙ донъяһына бикләнгән…

Мин иһә үҙебеҙҙең иҫке генә клубты, «кәзә» матайлы, магнитофонлы, «Руки вверх»лы, «Иванушки»лы, «Мальвина», «Бойнц»лы йәшлегемде һағынам.
Бер генә ваҡыт бит ул «модный» салбар кейеп клубта бейеү ҙә, ҡояшты эйәртеп уйындан ҡайтыу ҙа...

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Бер ваҡыт ҡына
Бер ваҡыт ҡына
Автор:
Читайте нас: