Уҡытыусы
Маҡар мәктәбендә уҡытҡан хөрмәтле уҡытыусыларыма бағышлайым.
Бөйөклөккә дәғүә итмәй һис тә
Ҙур донъяның кескәй кешеһе.
Эшләй бары, күңел биреп эшләй.
Көндө төнгә, айҙы йылға бәйләй.
Хеҙмәтендә – тормош инеше.
Ул барыһын бирә ошо юлға:
Ғәзиз ваҡытын,
Сәләмәтлеген.
Ғаиләһенән өҙөп наҙын бирә,
Ҡабат ҡайтмаҫ күпме яҙын бирә,
Барлыҡ көсөн, дарманын бирә –
Булмышының
Фиҙаҡәрлеге.
Мал да, дан да уға мөһим түгел.
Уға баҡҡан бала күҙҙәре.
Атлай уның фатихаһы менән
Киләсәккә кеше эҙҙәре.
Үҙ асылын асҡан,
Бәхетен тапҡан
Уҡыусылар – ғүмер мәғәнәһе.
Оло хеҙмәтеңдең бөйөк хаҡын
Ниндәй үлсәүҙәрҙә үлсәйһе?!
Йөрәктәрҙә рәхмәт тойғолары
Иң ҡәҙерле бөгөн, иң ҡиммәт.
Быуындарҙы бәйләр мөхәббәт ул,
Мәктәп тарихын яҙған хәҡиҡәт.
Сал сәстәрең. Ҡаҡса ғына кәүҙәң.
Наҙлы йырҙай хатта исемең.
Уҡытыусым, кескәй донъямдағы
Иң хөрмәтле Оло кешем һин.
Ауыл йорто
Тәҙрәһендә ҡояш тынып ҡалған,
Түрҙәрендә шымған моңһоу ҡот.
Ҡайғыһынан ергә нығыраҡ һеңгән
Хужаларҙан яҙған етем йорт.
Башын аҫҡа эйгән мөрйәһе лә
Төтөн, аш еҫтәрен һағыныр.
Өҫтәлдәге ҡалаҡ-тәрилкәгә
Кем ҡулдары хәҙер ҡағылыр.
Өй эсенә тулған өнһөҙлөктә
Тынып ҡалған таныш тауыштар.
Ҡараштар ҙа тынған.
Туҡтап ҡалған
Киләсәккә барған яҙмыштар.
Һүҙҙәр тынған.
Ваҡыт үҙе тынған.
Ә бит булған,
Тормош булған йорттоң эсендә.
Донъя барған гөрләп,
Балалар үҫкән,
Бәхет татып иртә-кисен дә.
Барыһын да кеше кисергәндер,
Һағыш-ғазабына күнгәндер.
Күңел балҡыштары ошо йорттоң
Бүрәнәһенә лә һеңгәндер.
Өй алдында анау эскәмйәлә
Һыйынышып ҡына ултырып,
Киске эңерҙә көтөү ҡаршылаған
Һәм оҙатҡан көндө ике һын.
Оҙатҡандыр шулай ғүмерҙәрен
Алыҫ офоҡтарҙың артына.
Ә йорт тора.
Таныш тауыштарҙы,
Таныш ҡараштарҙы һағына.
***
Зөбәржәт апай Йәнбирҙина, Рәйлә апай Назарғолованың яҡты рухына.
«Илкәйемдә шундай апайҙар бар...»
Зөлфиә Ханнанова.
Шундай апайҙар бар.
Бар ине шул.
Йылылығын биреп донъяға,
Йөрәк осҡононан тоҡандырып,
Йәнен өтөп хатта ут яға.
Һынауҙарын тормош йәлләмәгән,
Көслө булған улар – һынмаған.
Сыҙамлығы менән ҡаршы барған,
Яҡты маҡсаттарын ҡуймаған.
Ихласлыҡты һеҙҙең һағынғанда,
Үткәндәргә ҡайтып әйләнһәң,
Мәрхәмәтле кеүек бөтә донъя,
Яҡтыраҡ та кеүек әйләнәм.
Ҡаты ғына әйтеп ҡуйыр берсә,
Бейеп китер көлөп. Үәт, тарих.
Эх, Зөбәржәт апай, легенда һин,
Күңелдәрҙе имләр юморист.
Кескәй генә үҙе. Рәйлә апай.
Ниндәй оло ине йөрәге.
Ҡайҙан ғына көсө еткән тиһең?
Күбебеҙҙең булды терәге.
“Ҡоймаҡ ҡойҙом. Ҡана йыйылығыҙ”.
Шиғриәтле ине табындар.
“Шихандарҙың ҡосағында” туплап,
Киләсәккә күсте йыр-моңдар.
Тауҙар рухы. Ижад берҙәмлеге.
Яҡты хыял ҡуйғанғалыр ҡанат.
Фиҙаҡәрлек, оло хеҙмәт менән
Апайҙарҙан ҡалды аманат.
Шундай апайҙар бар.
Бар ине шул.
Йылыттылар улар донъяны.
Йөрәк осҡононан тоҡандырып,
Йәнен өтөп хатта ут яҡты.
Мөхит
Һулаған һауаң.
Түлләнер уйың.
Байыуҙан рухың
Тартылыр буйың.
Терәшер иң дә.
Атылыр уҡ та.
Күңел күгеңә
Тағылыр суҡ та.
Ул ниндәй – һин дә.
Көҙгө – тормошоң.
Ҡояшлы йөҙ йә
Болот – булмышың.
Үҫеш йә яныу,
Тәгәрәү аҫҡа.
Түбәгә етеү
Йә башың – ташҡа.
Был һинең һайлау.
һин дә бит –
мөхит.
Ҡабул ит.
Иңеңде ҡуйыр,
Уйҙарың һыйыр
Ерҙе яҡты ит.
Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар
“Әсәй, нишләп ағастың япраҡтары йөрәк һымаҡ икән”
Ҡыҙымдың ихлас һорауы
Уйға һала йыш ҡына:
“Ағас япраҡтары, әней,
Ниңә һуң йөрәк һымаҡ?”
Эй, сабыйым, тереклеккә
Яҙыла Хоҙай теле.
Ул шулай өндәшә булыр:
“Мин ныҡ яратам һине”
Һәр бер япраҡ, үлән аша
Йәшәү, һөйөү өләшә.
Күңелең шуны тойған бит.
Һин дә яратып йәшә.
Мөхәббәт булһын юлдашың.
Миһырбанлы – булмышың.
Йөрәк-япраҡ ярһын ағас
Йән йылыңа тулышып.