Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
3 Апрель , 18:00

Килен. Рәйес НИЗАМОВ

– Әллә икенсегә йөрөймө? Рәшиҙә эйе тигән мәғәнәлә башын һелкте. – Һы! – тине ҡарт, ғәжәпләнеп.

Килен. Рәйес НИЗАМОВ
Килен. Рәйес НИЗАМОВ

Сәлимгәрәй бабай үҙенең улдарын йыш ҡына иҫенә төшөрә. Иҫкә төшөрөргә лә тура килә шул: һикһән өҫтөнә аяҡ баҫылды, ҡарсығы ла унан ҡалышмай, ә яндарында ейәндәренән башҡа бер балалары ла юҡ. Ҡыҙҙары бар барлыҡҡа, сит ауылда ла йәшмәйҙәр, килеп-китеп тә йөрөйҙәр, ләкин уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Шул хәл белешеүҙән ары китә алмайҙар. Ҡыҙҙары уның яҡшы тора, кейәүҙәре лә уңған. Тик бына күңел китегерәк. Сәлимгәрәй бабай, оҙаҡ ҡына уйланып ултырғандан һуң:

– Мәрзиә, бөгөн ниндәй көн әле? – тип алғы өйҙөң ҡаҙаны тирәһендә йөрөгән ҡарсығына өндәште.

– Әллә көндө лә бутай башланыңмы? – тине ҡарсыҡ, ишек яңағына таянып.

Сәлимгәрәй бабай ҡарсығының йонсоулы йөҙөнә бер аҙ ҡарап торҙо ла:

– Бутарһың да шул, – тине. – Мөхәммәтгәрәйҙең тыуған көнө түгелме һуң?

– Эйе, атаһы.

Ҡарт, ҡалҡынып, карточкалар ҡуйылған рам янына килде. Бына уның оло улы йылмайып ултыра. Бик йәшләй һәләк булды шул.

– Мөхәмәтгәрәйҙең миҙалы күренмәй, ҡайҙа ҡуйҙың?

– Һандыҡта.

– Дөрөҫ эшләгәнһең, ҡарсыҡ. Миҙал – һалдат даны, тик ҡайһы берәүҙәр уның ҡәҙерен генә белеп бөтөрмәйҙәр, бала-сағаларының түштәренә таҡҡан булалар, уйынсыҡҡа әйләндерәләр. Ә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, миҙалдар ҡан ҡойоп алынғандар бит, улар һалдат итеге үткән ауыр юлдар иҫтәлеге. Бына нәмә ул миҙал! Ҡайҙа, килтер әле үҙен.

Сәлимгәрәй бабай улы Мөхәмәтгәрәйгә Волгоградты обороналау өсөн бирелгән миҙалға текәлеп ҡалды. Мәрзиә әбей, бына-бына ҡартының йөҙө һытылып, бәләкәй генә кәүҙәһе тағы бөршәйеп ҡалыр, тип көткәйне лә, ҡарт:

– Рәхмәт, улым, – тине, ғорурланып... – Тик мин һинең Солтангәрәй ҡустыңды ғына аңлап етә алмайым шул.

Сәлимгәрәй бабайҙың күҙҙәре ирекһеҙҙән яңынан карточка рамына күсте. Ана уның Солтангәрәйе... Ҡара ҡаштарын йыйырып, бик етди төҫ менән ултыра. Ултырыр ҙа шул, ҙур шул, ҙур түрә булды шул... Эйе, Солтангәрәйе уҡырға теләне. Ғилем алырға ынтылған кешегә кем ҡаршы төшә һуң? Бик яҡшы, тик атайыңдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ ҡына килтермә.

...Солтангәрәй Өфөлә ауыл хужалығы институтында уҡый башланы. Ул каникул ваҡыттарында тыуған ауылын, ата-әсәһен, ҡатыны Рәшиҙәне һағынып, ҙур ашҡыныуҙар менән ҡайтты. Салауатын – улын күреп туя алманы. Ата кеше ҡаршы төшмәне, дүрт-биш йылға түҙербеҙ әле, уҡып сыҡһын, кеше булһын, тине һәм бик һәйбәтләп улы менән киленен ҡалаға оҙатты. Ләкин ярты йыл да ваҡыт үтмәне, килене, ауылға кәрәк-яраҡҡа ҡайтҡан һайын, элеккесә һис тә асыҡ сырай менән һөйләшмәне, йөҙө моңһоу күренде.

– Һиңә ни булды? – тине ҡәйнәһе, борсолоп.

– Юҡ, былай ғына...

Сәлимгәрәй ҡарт кемдең нисек тын алышын әллә ҡайҙан һиҙеп тора. Тоҡтомалға ғына килененең тулы аҡ йөҙө тартылып ҡалмаҫ.

– Йәшермә, мин һиңә ҡайны ғына түгел, атай урынына ҡалған кеше лә... Ҡоҙа менән ҡоҙағый киң күңелле кешеләр ине лә бит, ни эшләйһең, берәүҙәр килә, икенселәр китә. Донъя шулай ҡоролған. Әллә арағыҙ боҙолдомо?

Ахырҙа Рәшиҙә ябыҡ, оҙон бармаҡтары менән йөҙөн ҡапларға мәжбүр булды. Ҡарт Солтангәрәйенең холҡон белә ине, шуға күрә саф күңелле киленен ғәйепләй алманы.

– Әллә икенсегә йөрөймө?

Рәшиҙә эйе тигән мәғәнәлә башын һелкте.

– Һы! – тине ҡарт, ғәжәпләнеп.

Күп тә уҙманы, килен Өфөнән кире күсенеп ҡайтты, уның буйында ла бар ине, ғәрлегенән ни эшләргә белмәй, Ташкент яғына, ҡәрендәштәре янына, сығып китте. Өйҙә ҡарт менән ҡарсыҡ ҡына тороп ҡалды. Улар ни тип өгөтләргә лә белмәнеләр.

Рәшиҙә яңы урынға барып урынлашыу менән, Солтандан хаттар ала башланы. Хаттарында нимәләр генә яҙмай ине! Хата юлға баҫыу ҙа танылды, институтты бөтөү менән бергә генә йәшәйәсәктәре тураһында ла вәғәҙә ителде. Ғөмүмән, бөтәһе лә теҙеп һөйләнелде, һәр бер хаттың аҙағында: «Атайым менән әсәйем сирләй, яндарына ҡайт, мин уҡыуымды ташлай алмайым», – тип инәлде. Рәшиҙә, оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, ҡарт менән ҡарсыҡ хаҡына, балалары хаҡына, киләсәккә өмөт бағлап, Ҡырғыҙ-Миәкәгә ҡайтты. Ысынлап та, ҡәйнәһенең хәле ауыр ине. Килен ең һыҙғанып яңынан эшкә сумды. Тағы Солтандан хат килеп төштө. Имеш, ул уҡыған осорҙа Өфөләге таныш ҡатынынан аҡса алып торғолаған, хәҙер шул бурысты түләмәй тороп, унан айырылып китә алмай икән. Тиҙ генә аҡса һалыуҙарын һораған. Рәшиҙә ни эшләһен, алай итеп, былай итеп, мамыҡ шәленә тиклем һатып, аҡса һалды. Бына ире балалары, ата-әсәһе янына ҡайтасаҡ, тағы ла элекке кеүек матур тормош башланасаҡ...

Көндәр үтте, ләкин ҡайтыусы ла, хәбәр килтереүсе лә булманы. Байтаҡ ваҡыт уҙғас ҡына, Солтандың, институтты тамамлағандан һуң, Өфөләге ҡатыны менән Кустанай өлкәһенә эшкә китеүе беленде.

Әле лә ул йыраҡтан өмөтләндереп хаттар яҙа. Уның уйы билдәле, әлбиттә. Ҡарт менән ҡарсыҡты ҡараусы кеше булһын, ә балаларына ата кәрәкмәй, күрәһең. Рәшиҙә бөтәһенә лә түҙҙе. Хәҙер уға Солтандың ике йөҙлөләнеп яҙған хаттары нәфрәт кенә тыуҙыра, ләкин Солтандың атаһы менән әсәһен – ҡартайған кешеләрҙе – ташлап китергә намыҫы етмәй...

Донъяны шаулатып, Салауат ҡайтып керҙе. Сәлимгәрәй бабай ейәненең арҡаһынан һөйөп:

– Йә, улым, ни алып ҡайттың? – тине.

– «Дүртле», олатай! – тип Салауат сумкаһын өҫтәлгә ырғытты. – Асыҡтырҙы.

– Ярай, ярай. Сабыр ит. Ана, әсәйең дә эштән ҡайтып килә. Хәҙер күмәкләп сәй эсергә ултырырбыҙ.

Килен ишекте асыу менән, йорт эсе тағы ла яҡтырып, нурланып киткәндәй булды.

Автор:
Читайте нас: