Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
26 Июнь , 17:30

Башҡортостанда кемдәргә бушлай янғын иҫкәртеү ҡорамалдары тейеш

Статистиканан күренеүенсә, янғын иҫкәртеү ҡорамалы булған райондарҙа һәр ике өйҙөң береһендә янғын сыҡҡан хәлдә үлем осраҡтары юҡ тиерлек. Мини-сиреналар халыҡты ут тураһында ваҡытында иҫкәртә һәм кешеләр имен-аман ҡотолоп өлгөрә.

Башҡортостанда кемдәргә бушлай янғын иҫкәртеү ҡорамалдары тейеш
Башҡортостанда кемдәргә бушлай янғын иҫкәртеү ҡорамалдары тейеш

Алдынғы тәжрибә

2016 йылда Башҡортостанда бушлай янғын иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуя башланылар. Унан алда бер нисә янғында 12 баланың ғүмере өҙөлгәйне. Әлеге ваҡытта республикала 1,5 миллион кешенең тор­лағы мини-сирена менән тәьмин ител­гән. Ошо бәләкәй генә ҡорамал ярҙамында меңдән ашыу кешене, шул иҫәптән 430 баланы ҡотҡарып алып ҡалғандар. Бындай яҡшы тәжрибә башҡаларҙың да иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай: «Һәр йортҡа, һәр фатирға — янғын иҫкәрткес» республика проекты Стратегик башланғыстар агентлығының «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины»на индерелде һәм хәҙер уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә әүҙем ҡулланалар.

Нимә ул янғын иҫкәртеү ҡорамалы?

Янғын иҫкәрткес — төтөндө һиҙеү менән әсе тауыш сығарып, хәүеф хаҡында белдергән ҡорамал. Сигналы бик көслө, шуға күрә уны хужалар ғына түгел, күршеләр ҙә ишетә ала. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, автономлы янғын иҫкәртеү ҡорамалдарын ҡулланған осраҡта кешеләр үлеме — 70 процентҡа, матди зыян 30 процент тирәһенә кәмей. Бәләгә тарыусылар үҙҙәре генә ҡотолоп ҡалмай, милкен ҡотҡарып, ваҡытында янғын хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп өлгөрә.

Иҫкәртеү ҡорамалы ғәҙәти батарейка ярҙамында эшләй. Заряды бер йыл-йыл ярымға етә, батарейканы алмаштырып торорға кәрәк. Сиреналарҙың торошон янғынға ҡаршы хеҙмәт белгестәре профилактик рейдтар мәлендә ҡарап, тикшереп тора. Үҙегеҙ ҙә күҙ һалып йөрөгөҙ. Янғын иҫкәрткес төҙөк булғанда, уның ҡыҙыл төҫтәге индикаторы янып-һүнеп тора. Ҡорамалды ике шөрөп ярҙамында түбәгә беркетәләр. Әгәр йорттоң түшәме көпләнгән булһа, стенаның өҫкө өлөшөнә ҡуйыла.

Телефонға бәйле сирена

Иҫкәртеү ҡорамалы көслө тауыш сығарып, бәлә хаҡында иҫкәртә. Ә бына һаңғырау кешеләргә, инвалидтарға нимә эшләргә? Улар тауышты ишетмәйәсәк. Республикала тап улар өсөн GSM-модулле иҫкәрткестәр ҡуйыласаҡ. Улар тирә-йүнгә тауыш биреү менән бергә автоматик рәүештә смс ебәрә йәки программаға индерелгән телефон һандарына шылтырата.
Әлегә бындай ҡорамалдар пилот проекты булараҡ һынап ҡарала. Был эш Башҡортостандың өс районында — Благовещен, Ишембай һәм Стәрлетамаҡта алып барыла. Һынауға Тәтешле районын да индереү мөмкинлеге лә ҡарала. Әгәр тәжрибә уңышлы тип табылһа, ул башҡа төбәктәрҙә лә ғәмәлгә ашырыласаҡ.
— Дүрт районда бындай ҡорамалға мохтаждарҙың дөйөм һаны — 1347 кеше, — ти төбәк Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов. — Сим-карта менән бергә бер ҡорамалды ҡуйыу хаҡы яҡынса 6,5 мең һумға төшә.

Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!

Берәүҙәр бөтә көсөн кешеләргә яр- ҙам итеүгә йүнәлткән мәлдә, икенселәр аҡса эшләргә маташа. Үҙҙәрен янғынға ҡаршы хеҙмәт белгестәре тип танытып, кешеләрҙең өйҙәренә, айырыуса яңғыҙаҡ пенсионерҙарға йөрөүселәр ҙә осрап тора. Улар халыҡҡа бер нисә мең һумға янғын иҫкәртеү ҡорамалы һатып алырға тәҡдим итә, әгәр ололар баш тартһа, ҙур суммалағы штрафтар менән ҡурҡыта. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: хаҡлы ялдағылар янғын иҫкәрткесте бушлай алыу мөмкинлегенә эйә! Шулай уҡ уларҙы электр тауарҙары магазинында һатып алырға була.
— Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы түләүле хеҙмәттәр күрһәтмәй. Хеҙмәткәрҙәр өй буйынса йөрөп, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҡорамалдары тәҡдим итмәй, — тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығында. — Ғәмәлдә янғын иҫкәрткестең хаҡы 500 һум самаһы тора. Һеҙ уны махсуслашҡан сауҙа нөктәләрендә лә, интернет-магазиндарҙа ла һатып ала алаһығыҙ.

«Әле беҙ тауышлы янғын иҫкәрткестәр ҡуябыҙ. Мобиль булмаған кеше хәүеф осрағында ҡотола алмауы ла ихтимал. Хәҙер беҙ GSM-модулле иҫкәрткестәр ҡуя башлаясаҡбыҙ. Ул бер ыңғай дүрт адресҡа – туғандарға, ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә, опека органдарына, ауыл советына хәбәр ебәрә. Был осраҡта кешене ҡотҡарып өлгөрөргә була».

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

 

Иҫкәртеү ҡорамалын кемдәр бушлай ала?


  Социаль йәһәттән хәүефле хәлдә йәшәгән ғаиләләр;
  аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр;
  сабыйы тыуған ғаиләләр (2019 йылдан яңы тыуған сабыйҙарға тәғәйен бүләк йыйылмаһына янғын иҫкәрткес тә ҡушып һалына);
  55 йәше тулған яңғыҙ йәшәгән ололар;
  ете йәштән бәләкәй балаһы булған ғаиләләр;
  «Һуғыш осоро балалары» — 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр;
  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
  хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;
  баҡса йәки дача коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәрендә йәшәүселәр;
  шәхси йортта йәшәгән пенсионерҙар;
  урындағы власть тарафынан янғын хәүефһеҙлеген арттырыуға мохтаж тип табылған граждандар.
Янғын иҫкәртеү ҡорамалын алыу өсөн урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә йәки 8 (347) 272-00-24 телефоны буйынса Янғын иҫкәртеү үҙәгенә ғариза ҡалдырырға кәрәк. Эш көндәрендә 9.00 - 18.00 сәғәттәрҙә шылтыратырға йәки [email protected] электрон почтаһына яҙырға.

 

 

 

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: