

Был юлы ғаиләм менән ауылымда ял итергә булдым. Ҡатынға ла талапты ҡаты ҡуйҙым.
– Етәр йыл һайын йә Ҡара диңгеҙ, йә Ҡыҙыл тип сабыуларға! Ял итеүе бер хәл, аҙаҡ артынан кредитын түләй-түләй эт булаһың.
– Ярай, – тип ризалашты ул теләр-теләмәҫ кенә.
Тамам арытып та китте шул был арала. Ҡала шау-шыуы, өтөп барған ҡайнар ҡояш, асфальт эҫеһе... Эштә лә һис тынғы юҡ. Отчет та яҙыу, отчет та яҙыу... Йә минстрлыҡ, йә Мәскәү һорай. Эшләргә кеше булмаһа ла, етәкселәр күп хәҙер. Әллә нисәмә начальник, уның әллә нисәмә урынбаҫары бар. Былтыр коллективта шаҡтай ғына ҡыҫҡартыу булғайны, бер аҙҙан шул ҡыҫҡартыуҙың файҙаһын иҫәпләү өсөн тиҫтәләгән кешенән торған бүлек ойошторҙолар. Әллә ете, әллә биш йыл элек Хәйрислам тигән берәүҙе ойошманың аҡсаһын күп ашауҙа ғәйепләп эшенен алғайнылар, бына шул бәндәне бүлектең етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Хәҙер уныһы үҙе лә аңлап бөтмәгән нәмәлерҙе таптырып аптырата. Тамам алйытты инде. Шунан арымай ни эшләйһең?! Хыялыйға әйләнмәгәнгә шөкөр.
Тыуған яҡҡа юл һағындырып ҡына төшә! Бәй, шулай булмайса! Беҙҙең Хәйрулла районы Өфөнән йәһәннәмдә урынлашҡан бит. Шуға әйләнгән һайын ҡайтып та булмай. Ауылға ҡайтабыҙ тигәс, ул балаларҙың ҡыуаныуы! Үрле-ҡырлы һикергеләп алдылар.
– Ур-а-а, ауылға ҡайтабы-ы-ҙ!
– Ауылда рәхәт!
–Өләсәй беҙгә аҡса бирә-ә-ә!
– Теге ваҡыт олатай биргән аҡсаға самокат алғайныҡ, ивет атай. Был юлы телефон алам...
– Ярай, ярай.
Шаулаша-ҡыуаныша машинаға тейәлештек. Өфө эргәһендәге шәхси йортта йәшәгәс, шәп үлән сапҡыс алғайным. Багажнигыма шуны ла тыҡтым. Атайымдарҙың, күршелә генә йәшәгән өләсәйемдең урам тирәһен гөжләтеп сабып китермен.
Иртән-иртүк юлда инек. Кәйеф көр. Күңелдә ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәр тирбәлә. Ҡып-ҡыҙыл булып ҡояш ҡалҡып килә. Бөтә тирә-яҡ йәм-йәшел. Минең уй-ниәтемде аңлағандай радионан да ауыл темаһына һөйләшеү башланылар. Унан күңелле йырҙар ағылды:
Талғын ғына Иҙел аға
Тыуған яғыма табан,
Бөҙрә талдарын тирбәтеп,
Ҡояшта нурҙар уйнатып,
Тулҡынын ярға ҡаға.
Һағындым ауылымды,
Ҡасан ҡайтырмын икән?
Сәләм әйт һөйгән йәремә,
Сәләм әйт атай-әсәйгә,
Сәләм әйт туғандарыма!
Юҡ, мин ҡайһы берәүҙәр кеүек сәләм генә ебәреп ятмайым ул. Бер шағир ағай гел тыуған яҡ хаҡында шиғырҙар яҙа, ә үҙе ҡасан һуңғы тапҡыр тыуған ауылына ҡайтҡанын да онотҡан. Бына ҡоштай ҡанатланып тигәндәй үҙем ҡайтып киләм. Бер аҙна ял апаруҡ ҡына. Атай-әсәйгә рәхәтләнеп ярҙамлашырға ла, Һаҡмарға төшөп ял итергә лә өлгөрөрбөҙ. Ах, беҙҙең Һаҡмарҙың таҙалағы” Унда шашлыҡ бешереп ял итеүҙәре үҙе ни тора! Шул йылға кеүек үҙем дә ауылдаштарым янына яҡты йөҙ менән ҡайтып барам. Быйыл бит ауылдаштарым “Шешәһеҙ ауыл” конкурсында беренсе урын алды. Еңгәндәре өсөн күпмелер аҡса ла биргәндәр. Хәҙер ауылдаштарым зыҡ ҡубып ауылды матурлай: ғүмере булмаған парк эшләп ҡуйғандар, унда балалар уйнар өсөн дә урын бар, тиҙәр. Моғайын, һәр кем шунда ял иткән һайын миңә рәхмәттәр уҡып бөтә алмайҙыр. Сөнки был еңеү ҙә минең дә өлөшөм дә ҙур. Ярыш барғанда силсәүет тә тынғы бирмәне. Элек иҫәпкә лә, һанға ла алмаған етәксебеҙ, кәрәк булғас, үҙе эҙләп тапты. Хатта ололап, Маратович, кенә дәрәжәмде күтәреп ебәрҙе.
– Фәһим Маратович, һеҙгә ҙур үтенес бар, – тип һүҙ башланы ул. –Ауылыбыҙ район данын яҡлай бит. “Шешәһеҙ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ, ауылдағы эштәр тураһында гәзиткә яҙып барырға кәрәк. Шунһыҙ еңеү тәтемәйәсәк. Һин яҙып-һыҙыуға маһир кеше, ярҙам итеп ебәр инде...
Ауылдаштарыма ярҙам итә алыу форсаты күңелде үҫтереп ебәрҙе. Уларҙың барлыҡ эштәрен күрер өсөн ҡышын бер аҙнаға ауылға ҡайттым. Йырлап яҙылды мәҡәләләр. Шаштырып та ебәрҙем. Ауыл хәҙер гөрләп тора икән шул. Теге ҡайтҡанда ауыл тирәһендә йән әҫәре күренмәһә, был юлы аяҡтан баҫҡаны, арттан шыуғаны урамда мәж килә. Силсәүет тә көндәлек эштәр менән таныштырып тора.
– Бөгөн һырғалаҡ шыуырға сығабыҙ...
– Иртәгә сәкән һуғабыҙ...
– Быйма байрамына килегеҙ...
Олатайҙар, өләсәйҙәр сана шыуып зыҡ ҡубалар, һырғалаҡтар эшләйҙәр, ҡар бабайҙар яһайҙар. Яҙын онотолған һабантуй байрамы ҡышын гөрләй. Элек һарыҡ йөнөн ҡырҡып
алыу менән ауыл осона алып барып быраҡтырһалар, хәҙер улай итмәйҙәр. Клубҡа алып барып, йырлай-йырлай уны тетәләр, иләйҙәр. Шунан сөскөрә-бышҡыра тигәндәй кеме кейеҙ әүәләп, кеме быйма баҫып хитлана. Клубтың бер мөйөшөндә ир-егеттәр сыбыртҡы ишә, септә һуға. Уларҙың эшен күрһәтергә тип, уҡыусыларҙы алып киләләр. Ни арала “Өләсәйҙәр”, “Олатайҙар” клубтары барлыҡҡа килгән?! Ауылдаштарымдың һәр ҡыбырлағанын түкмәй-сәсмәй төрлө гәзиттәргә, журналдарға яҙа торғас, китте бит дандары. Ул ғынамы әле, бергә уҡыған дуҫымды саҡырып, телевидениеға ла төшөрҙөк. Элек Аҡбәкер тигән ауылдың донъяла барлығын белмәһәләр, хәҙер уның хаҡында ишетмәгән әҙәм ҡалмағандыр. Телевизорҙан ҡарайҙар, гәзиттәрҙән уҡыйҙар. Уларға һоҡланып бөтә алмайҙар. Көнсөлөрәктәренең үте һытылырҙай була.
– Ана, Аҡбәкерҙәр ниндәй малаҙис!..
– Шулай шул!..
– Ауылдарында эсеп, былағайланып йөрөгән кеше юҡ, ти.
– Ҡуй инде, ней юҡ, беҙҙә юҡ.
– Ни эшләп шул йыйын алкаштар беҙҙә генә икән ул?!
– Әйтәгүр. Беҙҙә урам буйында ауыҙҙарын һалбыратып эсеү генә эҙләп йөрөгән менән тулған...
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип белмәй әйтмәгәндәр икән.
Шулай итеп, быйыл ауылдаштарым Гран-при яуланы. Баш ҡаланың ҙур мәҙәниәт һарайында үткән бүләкләү тантанаһына мин дә барҙым, ауылдаштарымды ҡотланым, һуңынан тағы гәзиттең беренсе битенә аҡырайтып фотоларын биреп, мәҡәлә яҙҙым...
Уйҙарға бирелеп, ауылға яҡынлашҡанды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Бер ҡараһаң, шәп машинаға биш йөҙ саҡрым нимә инде ул? Осам ғына!
Төштән һуң ауылда рәхәтләнеп сәй эсеп ултыра инек... Бер аҙ ял итеп алғас, теге сапҡысымды һөйрәп сығарҙым. Шәп нәмә, тиҙәр. Ҡарап-ҡарайыҡ әле! Ысынлап та, хәтәр шәп әйбер икән! Бер нисә минутта урам буйҙарындағы әҙәм буйы булып үҫкән шайтан таяҡтарын, кесерткәндәрҙе ҡырып та ташланым. Шул мәл
артымдан берәү төрткәнгә һиҫкәнеп киттем.
– Сәләм, класташ! Ҡалай эреләнеп киткәнһең! Әйтәм, әйтәм, ишетмәйһең дә – тигәнгә боролоп ҡараһам, йөҙө шешенеп бөткән Кәрим тора.
– Сәләм, сәләм! – Кәрим менән ҡосаҡлашып күрештек. Апаруҡ ҡына һалмыш икән. – Ниндәй тауыш сыға тиһәм, бырат, һин ҡайтҡанһың икән, эс йылынып китте. Хәл шәптән түгел, баш ҡутарылып бара. Кисә ней Нәғимдәрҙә өмәлә булғайныҡ. Артығыраҡ тейәп ташлағанмын. Әйҙә, башты йүнәттер әле. Моғайын, буш ҡул менән ҡайтмағанһыңдыр. Өфө күстәнәсе була торғандыр. – Кәрим мөлдөрәп күҙемә ҡараны. Класташымды бик йәлләһәм дә, ундай-бындай нәмә менән әүәҫлек булмағас:
– Бер нәмә лә юҡ шул, – тинем уңайһыҙланып ҡына.
– Эй, һин ғүмер буйы суфый булдың инде! Шунда берәй литр алһаң, бөлөп китмәҫ инең. Машинаңды ла йыуҙыртманың. Бигерәк ҡаты кешеһең дә инде. Ана, Мәҡсүт – егет тәк, егет! Себерҙән ҡайтҡан һайын һыйламай китмәй. Теге ваҡыт цылый йәшник алып ҡайтҡайны. Һаҡмар буйында әллә нисә көн буйы теттерҙек генә. Аҡсаһын да йәлләп тормай. Ул закусканы шәптән алды. Хәҙер магазин тулы ризыҡ бит. – Кәрим йәнә миңә йәлләүес итеп ҡараны. – Әйҙә әтеү, район үҙәгенә барып киләйек. Моғайын, минең үлеүемде теләмәйһеңдер?!
Эшем өҙөлөүгә кәйефем ҡырылһа ла, машинама ҡарай юл тоттом. Тыңламайса ла булмай. Атаһы фермер бит. Ниндәй йомош төшһә лә, уларға барырға тура киләсәк. Баҡса һөрөргә лә, бесән килтертергә лә. Икенсе тапҡыр йомошоң төшһә, әйләнеп тә ҡарамаясаҡ.
Шулай итеп, елдерҙек район үҙәгенә. Ярай, берәй сәғәт йөрөп әйләнгәндә, бер нәмә лә булмаҫ, тип үҙемде эстән тынысландырҙым. Ә Кәримдең лығырҙығы сыға.
– Уй, бырат, әлдә һин ҡайттың әле! Әтеү ни эшләр инем, ә? Анау Әғзәмгә барғайным, йәшенеп ҡалды. Ярай, мин кәрәк булырмын әле... Бына һалам кәрәк булыр әле. Килер әле йөҙ һыуын түгеп... Ҡышын малдар аҡ ҡарҙы ашамай ул.
– Мужет йәшенмәгәндер, берәй ергә эш менән киткәндер.
– Китте, ти, һиңә! Как будты мин уның ҡайҙа икәнлеген белмәйем? Ызвонит иттем, телефонын алманы. Һыҙғырғайным, бисәһе килеп сыҡты. Ҡайҙалыр эш менән китте, тигән була. Беләм мин ул эттең холҡон... Гелән бисәһен сығара... Үҙе өйҙә рәхәтләнеп кина ҡарап яталыр әле. Ул да трактор һорап килер әле, шиш бесәненә барам. Әллә Кәрим гел эсеп йөрөй, тиме? Шул ҡайһы ваҡыт ҡына һалып алам. Уныһы ла кәрәк, гел эш тип сабып йөрөп булмай.
Бер сама килгәс, Кәрим тағы һүҙ башланы:
– Әллә һин шуның өйҙә алдашып ҡалғанына ышанмайһыңмы? – тине ул тура күҙемә ҡарап.
– Әллә инде, күрмәгәс, әйтә алмайым.
– Рәхмәтһеҙ икән ул Әғзәм! Мин алып ҡайтып бирмәһәм, һаман
кәләш төҫө күрмәй йөрөр ине.
–Нисек инде кәләшһеҙ?
– Бына шулай. Ҡыш көнө Әғзәмдең тыуған көнөнә Ерек ауылынан ике ҡыҙыҡайҙы барып алғайныҡ. Аҙаҡ буран сығып китте лә, кире алып барырға йыбандыҡ. Әғзәмгә, әйҙә, һиңә кәләш булып ҡалһын да ҡуйһын, тигәйнек, әйҙә һуң, барыбер кәләш алырға кәрәк бит, тине лә ҡуйҙы.
– Ҡыҙыҡ икән. Ә ҡыҙыҡай нимә тине һуң?
– Үҙе шарҡылдап көлә, үҙе мин риза, ти.
–Шунан?
Был хаҡта ауыл халҡынан бығаса сала-сарпы ишеткән бар ине. Бөгөн “баш ҡоҙа”ның үҙенең ауыҙынан ишетеү тағы ла ҡыҙыҡ ине. Бөтә кәмит ауылда инде. Рәхәтләнеп көлөшөп алдыҡ.
– Беләһеңме, бырат? Әле ошолай ғына йөрөһәм дә, ауыл өсөн файҙа эшләнем ул. Быйыл мәктәпте нимәгә япмағандар тиһең? Мин булмаһам, әле апайың эшһеҙ йөрөр ине.
– Нисек улай?
– Бер нисә көндән шул Әғзәм, әйҙә машинаң менән кәләштең ауылына барып киләйек әле, ти. Барһаҡ, унда кәләшенең өс балаһы бар икән. Шуларҙы вис алып килдек.
– Балаларын күргәс, Әғзәм аптыраманы һуң?
– Ҡайҙан! Шатланды ғына.
– Шатланды-ы-ы? – Ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ ине.
– Эйе, шатланды! – Кәрим елкәһен тырнап, ҡулын ғына һелтәне лә, миңә ҡарап ауыҙын йырҙы. – Өс балаға аҡса килеп тора, һәйбәт булды әле, тип ҡыуанды. Шулар уҡырға барғас, мәктәптә балалар иҫәбе тулды ла, быйыл япманылар бит...
Һүҙгә әүрәп район үҙәгенә килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.
– Шәп араҡылар анауында һатыла. Әйҙә шуныһына барайыҡ, – тип Кәрим үҙәктәге магазинға юлды өйрәтте. Магазинға класташым беренсе булып инеп китте лә кәштәнән “Ҡырағай бал” тигән бер яртыны ҡулына эләктерҙе.
– Ошонан да шәбе юҡ. Теге ваҡыт Мәҡсүт тә ошона алғайны, харап шәп булды. – Унан миңә ҡарап: – Был ғына кесе телгә лә етмәҫ, әйҙә икәү итәйек, – тип тағы берҙе алды. – Анау тиклем ерҙән аҡсаһыҙ ҡайтмағанһыңдыр, әйҙә, арыуыраҡ закускаһын да алайыҡ. Байрам булғас, байрам булһын! Был донъяла ике йәшәмәйбеҙ ҙә. Яратмайым үҙенән ҡыҙғанып йәшәгән һаран кешеләрҙе...
Магазиндан сығыуға Кәримде ишек төбөндә шешенеп, өҫтө ҡаҡашып, сәсе ойпаҫланып бөткән бер әҙәм ҡосаҡлап алды. Күренеп тора – был хәсрәт тә нисек әҙәм булырға белмәй йөрөй. Шулай тип уйлап та өлгөрмәнем, Кәрим уға:
– Әйҙә беҙҙең менән Һаҡмар буйына, – тимәһенме!
– Һаҡмар буйына тиһеңме? – тинем ғәжәпләнеп. – Минең улай йөрөргә һис кенә лә ваҡытым юҡ. Аҙыраҡ атай-әсәйгә лә ярҙам итешергә кәрәк.
– Улай, тимә инде, класташ. Ғүмергә бер осраша тип. Әйҙә!
Әсе итеп әллә нимәләр әйтергә теләгәйнем дә, аҙаҡҡыһын уйлап, туҡталып ҡалдым. Ул арала Кәрим теге танышын:
– Тиҙерәк бул, – тип ҡабаландырҙы.
Һаҡмар буйындағы мажараны текемләп һөйләп тормайым. Аулаҡ урынға барып ултырыуыбыҙ булды, класташымдың тағы бер танышы килеп сыҡты.
–Әйҙә беҙҙең менән, – тип уны ла табынға саҡырҙы. Һәр береһенә ул мине маҡтай, шундай дуҫы булыуына ғорурланып бөтә алмай.
– Мына класташым һыйлай. Беләһегеҙҙер, Уфала дәү урында эшләй. Ҡайтҡан һайын мине шулай һыйлап китә. Бына бөгөн дә үҙе алып килде. Эшем бар, тип торам, юҡ инде, үҙеңде бер ҡунаҡ итәм ти ҙә ҡуя. Дуҫың булғас, шундай булһын ул. Бир биште! – Класташым әллә нисә тапҡыр мине шулай маҡтай-маҡтай ҡулымды ҡыҫты.
Кисләтеп кенә ҡайтып еттек. Ләх иҫергән класташымды көскә машинаға ултыртып, ҡапҡалары янына барып туҡтауға төн уртаһы еткәйне инде. Бөтөнләй ҡамыр булған Кәримде машинанан көскә һөйрәп сығарып, өйөнә үк индереп ҡуйырға булдым. Ишекте әсәһе асты. Ул беҙҙе күреү менән сәсрәп сыҡты.
– Ҡәһәр һуҡмағыр нәмә! Уттай эш ваҡытында ҡайҙа ғәйеп булып йөрөй икән тиһәм, бына кем менән йөрөй икән! Ни эшләп шуны эсереп йөрөтәһең ул? Бөтә кеше бесән эшләй, ә ул... Ярай, һинең ҡалала мал-тыуарың булмағас, хәсрәтең юҡ. Бөтә кеше ҡырҡҡа ярылырҙай булып бесән әҙерләй! Бөгөн генә әллә нисә кеше, яланымды сабып бир әле, тип килде. Күпме аҡса юғалттыҡ. Һин ҡайтты тиһәң, как всегда, иҫереп ҡайта. Әллә юрамал эсерәһеңме ул?! Донъяһы алға бармаһын тиһеңме. Бына һиңә класташ! Үҙең әллә нисә тапҡыр “шешәһеҙ ауыл” тип гәзиткә маҡтап яҙҙың, үҙең дуҫыңды ҡотортоп эсерәһең! Бына ғиллә!
– Нишләп улай тип әйтәһегеҙ, Гөлйыһан апай! Нишләп ҡотортайым, ти... – Класташымдың әсәһе ауыҙ асырға ла ирек бирмәй. – Юҡ,
юҡ, аҡланма ла нитмә лә. Ауыҙына араҡы алмаған кешене иҫертеп алып ҡайтсы әле. Гонаһ шомлоғо...
– Гөлйыһан апай, Гөлйыһан...
– Шыма телләнмә! Беләм инде һеҙҙе! Класташ булып йөрөгән була әле!
Класташымдың әсәһенең был тиклем һүҙҙәренән башым гөжләй башланы. Башҡаса нимәлер әйтеү мәғәнәһеҙлек ине.
– Ярай! – Тиҙ генә хушлашып, урамға атылдым. “Ҡотортоп эсерәһең”, “әллә юрамал эсерәһеңме?”... Был тиклем дә насар һүҙҙәрҙе ишеткән юҡ ине. Әллә мин ысынлап та йүнһеҙ кешеме? Бәлки, шулайҙыр! Нормальный әҙәм, эшен ташлап, көнө буйы шулай тип йөрөймө! Иртән ауылға йыйынғандағы кәйеф һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты.
Өйгә ҡайтып ингәндә балалар күптән әүен баҙарына киткәйне.
– Һин иҫәнме ни әле? – Ҡатыным йәмрәйеп ҡаршы алды. – Шуны эшләйем, быны эшләйем тип киткән кеше һыуға батҡандай ғәйеп булды ла ҡуйҙы.
– Ярай инде, кәләш, кеше йомош менән килгәйне бит.
Йыуынып, ашап-эсеп ятҡансы төн уртаһы етте. Ятҡас та, ҡайҙа ул йоҡлап китеү. “Күпме аҡса юғалттыҡ. Һин ҡайтты тиһәң, как всегда, иҫереп ҡайта. Әллә юрамал эсерәһеңме ул?! Донъяһы алға бармаһын тиһеңме!” Гөлйыһан апайҙың һүҙҙәре беҙ кеүек мейене быраулай. Шулай ҙа көнө буйы юлда арып килеү үҙенекен иткән – ята торғас, ойоп киткәнмен.
Венер Исхаҡов.
Г. Зәйнетдинова фотоһы.