Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
16 Августа 2023, 11:30

М-5 трассаһында юл хәрәкәте сикләнә

 Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 17 авгусында урындағы ваҡыт буйынса 09.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем М-5 «Урал» юлында быраулау-шартлатыу эштәре үткәреүгә бәйле Силәбе өлкәһенең Аша районында 1565 – 1576 саҡрым участкаһында юл хәрәкәте ябыла.

М-5 трассаһында юл хәрәкәте сикләнәМ-5 трассаһында юл хәрәкәте сикләнә
М-5 трассаһында юл хәрәкәте сикләнә

Ведомствола билдәләүҙәренсә, был реконструкция участкаһын Аша - Минйәр - Эҫем юлы буйынса урап үтеү еңел транспорт өсөн генә ҡаралған. Ауыр йөк транспорты (ҙур йөк, автобустар) өсөн быраулау-шартлатыу эштәре ваҡытында хәрәкәт итеү тыйыла.

Водителдәргә сәфәр планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алырға кәңәш итәләр.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас