Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
21 Ноябрь 2023, 13:55

ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕР!

Билдәле булыуынса, 12 декабрь-Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө. Ошо уңайҙан  25 ноябргә тиклем «Рәсәй Конституцияһына 30 йыл-үҙеңде тикшер!» Бөтә Рәсәй онлайн-конкурс- тест үткәрелә.

Ул РФ Конституцияһының положениеларын һәм нигеҙҙәрен белеүҙе тикшереүгә арналған. Ҡатнашыусыларға 10 минут эсендә Конституция нигеҙҙәре тураһында 10 һорауға яуап бирергә тәҡдим ителә. Еңеүселәрҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүселәр араһынан билдәләйҙәр һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләйҙәр.

22 ноябрҙә  сәғәт көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһының төрлө биҫтәләрендә был сараны үткәреү өсөн 10 майҙансыҡ эшләйәсәк.

 Сайттағы майҙансыҡтар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: www.sterlitamakadm.ru/news/gorod/vserossiyskiy-onlayn. һылтанмала табырға була. Ә ошо  https://constitution.er.ru?u=BB9rz22G8uazzhMxyi1oyr  һылтанма буйынса тестты онлайн форматта ла үтергә мөмкин.



ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕР!
ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕР!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: