Хәҙер уларҙы кадастр иҫәбенә ҡуйырға һәм милек хоҡуғын ябайлаштырылған тәртиптә теркәргә мөмкин. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса «амнистия» киләһе йылда тамамланырға тейеш ине, әммә хәҙер тағы ла ете йылға оҙайтылды.
Һуңынан төҙөлгән биналарҙы суд аша ғына теркәргә була.
1998 йылдың 14 майына тиклем төҙөлгән торлаҡ һәм баҡса йорттарына хоҡуҡты теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибе 2031 йылдың 1 мартына тиклем ғәмәлдә ҡала.