Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
27 Февраль , 10:36

Башҡортостанда 2 марттан «Урал легендаһы» поезы йөрөмәй

Өфөнән Белорет районына ҡала яны поездарының теҙмәһе үҙгәрҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы.

Башҡортостанда 2 марттан «Урал легендаһы» поезы йөрөмәй
Башҡортостанда 2 марттан «Урал легендаһы» поезы йөрөмәй

Мәҫәлән, 26 февралдән Өфө — Белорет электричкаһы (ул иртәнге сәғәт 7-се 7 минутта ҡуҙғала һәм көндөҙгө 12-гә барып етә; кире йүнәлештә — 6-сы 46 минутта) көн һайын йөрөй.

Туристарҙы тау саңғыһы курортына алып барған Өфө — Яңы Абҙаҡ — Өфө поезд-дублеры 2 мартта уҡ (шәмбе) теҙмәнән сығарыла — ҡышҡы миҙгел тамамлана.

Был ял һәм байрам көндәрендә йөрөгән «Урал легендаһы» поезы. Башинформ хәбәр иткәнсә, быйылғы миҙгелдә «туристар өсөн» электричка 16 декабрҙә эшләй башланы, юл хаҡы 811,2 һум булды.

Автор:
Читайте нас: