Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы буйынса билеттарҙы 20 мартҡаса теркәргә мөмкин

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыу өсөн билетты теркәү мөмкинлеге 20 мартҡа тиклем оҙайтылды. Был хаҡта Рәсәй президентын һайлау буйынса йәмәғәт матбуғат үҙәгендә акция вәкиле Римма Бикмурзина хәбәр итте.

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы буйынса билеттарҙы 20 мартҡаса теркәргә мөмкин
Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы буйынса билеттарҙы 20 мартҡаса теркәргә мөмкин

Әлеге ваҡытта республиканың һайлау участкаларында 3,5 миллиондан ашыу QR-билет таратылған, сайтта 2 миллиондан ашыу билет теркәлгән.

«Суперприздар 22 мартта уйнатыла, — тине Римма Бикмурзина. — Тап ошо көндә Өфөләге фатир, ике «Нива» автомобиле, шулай уҡ төрлө юлламаларҙың хужалары билдәле була».

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-17/bash-ortostanda-r-hm-t-aktsiya-y-buyynsa-bilettar-y-20-mart-asa-terk-rg-m-mkin-3688639

Автор:
Читайте нас: