Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
11 Апрель , 15:10

Иғтибар! Өфө һәм ҡала яны халҡын БПЛА эше тураһында иҫкәртәләр

«ЛизаАлерт» эҙәрмән отряды ирекмәндәре Өфө һәм ҡала яны халҡын БПЛА эше тураһында иҫкәртте.

Иғтибар! Өфө һәм ҡала яны халҡын БПЛА эше тураһында иҫкәртәләр
Иғтибар! Өфө һәм ҡала яны халҡын БПЛА эше тураһында иҫкәртәләр

«Иғтибар! Кесаҙна, 11 апрелдә, юғалған ике үҫмерҙе эҙләү барышында  Өфө һәм ҡала яны күгендә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының пилотһыҙ осоу аппаратын күрергә мөмкин», - тип хәбәр ителә эҙләү отрядының социаль селтәрендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 мартта Өфөлә 2010 йылғы  Павел Паличев һәм Дамир Әҙеһәмов юғалды. Икенсе аҙна инде «ЛизаАлерт» ирекмәндәре һәм хеҙмәттәр юғалған балаларҙы эҙләй.

Бөгөн Ағиҙел йылғаһының өҫтөн һәм тирә-яҡты тикшереү өсөн пилотһыҙ осоу аппаратын ҡулланырға ҡарар ителде.

Волонтерҙар шулай уҡ вайымһыҙ булмағандарҙан видеокүҙәтеү камераларынан мәғлүмәттәрҙе алыу өсөн хәтер күләме 1-2 ТБ тәшкил иткән ҡаты диск менән бүлешеүҙәрен һораны.

Бәйләнеш өсөн телефон: Елена (Барбие) 89870997092, Анастасия (Моррисан) 89373204474, йәки төркөмгә яҙығыҙ.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-11/i-tibar-f-m-ala-yany-hal-yn-bpla-eshe-tura-ynda-i-k-rt-l-r-3723777

 

Автор:
Читайте нас: