Оҙон толомдар ҡатын-ҡыҙҙың төп матурлығы. Элек- электән башҡорт ҡатын –ҡыҙҙарының сәстәре ҡуйы, оҙон булған. Башҡорт ҡыҙҙарының сәс толомдарына арнап йырҙар ижад ителгән, бейеүҙәр ҡуйылған.
Сәскә бәйле төрлө йола,һынамыштар, ырымдар ҙа бар.
Мәҫәлән, сәсте теләһә ҡайҙа ташларға ярамай, баш ауыртасаҡ. Төшөңдә сәс күрһәң, бәхеткә. Сәскә сәс бәйләнеү — кейәүгә сығыу, өйләнешеү, бергә булыу тигәнде аңлата. Сәс үрә тороу — ҡапыл бик ныҡ ҡурҡыу, аптырап ҡалыу. Сәсте үргәндә бер шәлкем тороп ҡалһа йәки төшөңдә сәсең оҙон икән тип күрһәң, юлға сығыуға.
Косметологтарҙың фекеренсә, көн һайын тараҡта йәки мендәрҙә ҡалған 20 – 100 сәс бөртөгө – тәбиғи хәл. Сөнки кешенең сәсе яңыра.
Ҡоро сәстәрҙе – өс көнгә бер, ә артыҡ майлы сәстәрҙе ике көн һайын йыуып торорға кәрәк. Татыр һыу сәсте насар таҙарта. Шуға ла аш содаһы ҡушып йыуырға тәҡдим ителә.
Сәс ҡуйы булһын өсөн туҡланыу рационына А, Е, С витаминдарына бай аҙыҡ-түлекте индерегеҙ. Диңгеҙ балығы, кишер, үҫемлек майы, көнбағыш, лимон, сәтләүек һ.б.
Сәс буяу зарарлымы һуң? Сәс буяғанда химик матдәләр ҡулланыла. Ә улар сәстең үҙ төҫөн юғалтыуына, уның һыныусан булыуына, һирәкләнеүенә килтерә.
Сәсте ҡатыҡ, йомортҡа менән йыуырға мөмкин. Улар сәскә зарар итмәй.
Дуҫтар, ә һеҙ нисек үҙегеҙҙең сәстәрегеҙҙе тәрбиәләйһегеҙ?