Унда ауыл тауар етештереүселәре, крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙ тауарын һата ала. Көндәр әлегә йылы булыу сәбәпле ит продукцияһын һыуытыу өсөн махсус ҡорамалдар (прилавкалар, витриналар, һыуытҡыстар) булған осраҡта ғына һатырға мөмкин. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар менән сауҙа итеүгә юл ҡуйылмай.
Бынан тыш, аҙна һайын шәмбе һәм йәкшәмбе йәрминкәләре Стәрлетамаҡ район-ара базаһы биләмәһендә (Хоҙайбирҙин урамы, 85) үтә. Эш режимы 09.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем.
Йәрминкәләрҙә сауҙа итеү өсөн урындар бушлай бирелә.