Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
23 Сентябрь , 10:57

Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Йәйәүлеләр күпселек осраҡта тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тапала, сөнки водителдәр уларҙың юлға сығыуҙарын күрмәй ҡала. Быға һауа шарттарының насар (томан, яуым-төшөм, боҙлауыҡ) булыуы һәм йәйәүлеләрҙең өҫ кейемдәрендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтарҙың булмауы булышлыҡ итә.

Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

- Фәҡат тротуар буйлап ҡына барығыҙ һәм бер ҡасан да машина юлынан йөрөмәгеҙ.

- Юл аша тейешле урындан ғына сығығыҙ һәм һис ҡасан рөхсәт ителмәгән урындан атлап сыҡмағыҙ.

- Урам аша светофорҙың бары тик йәшел уты янғанда ғына сығырға ярай һәм һис тә ҡығыл утҡа ҡаршы сығырға ярамай.

- Машина юлынан һәр ваҡыт ситтәрәк булырға тырышығыҙ, сөнки берәй машина яңлыш тротуар өлөшөнә менергә мөмкин.

- Йәшел ут яныуға уҡ юл аша сығырға ашыҡмағыҙ, сөнки берәй автомобиль туҡтап өлгөрмәҫкә мөмкин. Шуға күрә көтөп тороғоҙ, барлыҡ машиналар һәм мотоциклдар туҡтағанына ышан, ә һуңынан тыныс ҡына сығығыҙ.

- Юл аша кешеләр төркөмө менән сығырға тырышығыҙ, бергә барғанда күпкә ҡурҡынысһызыраҡ.

- 14 йәше тулмаған балаларға машина юлынан велосипедта йөрөү тыйыла.

- Машинаға тротуар яғынан ултырырға һәм, машина бөтөнләй туҡтағас ҡына, тротуар яғындағы ишектән төшөргә кәрәк.

- Машина барғанда, ишеген асырга ярамай.

- Йәмәғәт транспортында барғанда, ишеккә һөйәлмәгеҙ.

- Әгәр эйәһеҙ ҡалған сумка, пакет йәиһә башҡа әйберҙәр күрһәгеҙ, был хаҡта транспорт йөрөтөүсегә хәбәр итегеҙ.

Балаларға  Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтергә кәрәк. Уларҙы тәүлектең ҡараңғы ваҡытында «яҡтыртылыуы» тураһында хәстәрләгеҙ. Кейемендәренә  водителдәргә уларҙың юлдан барыуын күрһәтеүсе яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булдырыу сараларын күрергә кәрәк.Сөнки, ҡара төҫтәге кейемдә бәләкәй йәйәүлеләрҙең водителдәргә яҡшы күренмәүҙәре, тимәк, уларға тапалыу ҡурҡынысы янауы тураһында онотмағыҙ.

Бәләкәй йәйәүленең кейеме ни тиклем нығыраҡ яҡтыртылһа, водителдәр уны шул тиклем яҡшыраҡ күрәсәк!

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: