Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
30 Сентябрь , 11:26

ТӘҮГЕ СӘҒӘТТӘРҘӘ ҮК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛМӘҺӘ...

Сентябрь аҙағында ҡотороуға ҡаршы көрәш көнө билдәләне. Был көн ауырыуҙың таралыу проблемаһына, шулай уҡ уның эҙемтәләренә иғтибарҙы йәлеп итә.

ТӘҮГЕ СӘҒӘТТӘРҘӘ ҮК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛМӘҺӘ...
ТӘҮГЕ СӘҒӘТТӘРҘӘ ҮК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛМӘҺӘ...

Нисек йоға?
Ҡотороу ауырыуы – кеше һәм хайуандар өсөн дөйөм булған киҫкен вируслы инфекцион ауырыу, йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың үҙәк нервы системаһын зарарлай. Ауырыуҙы дауалау саралары юҡ, был ауырыу үлемесле. Күп йылдар дауамында тәбиғи ҡотороуҙың төп сығанағы һәм резервуары булып төлкө һәм башҡа ҡырағай ит ашаусы хайуандар (эттәр, бүреләр) тора. Йорт хайуандары: эттәр һәм бесәйҙәр, һыйыр малы, аттар һәм башҡа үлән ашаусы хайуандар ҡотороу ауырыуына дусар була.
Ҡотороу ауырыуы хайуандарға һәм кешеләргә зарарланған хайуандар менән тығыҙ бәйләнештә булғанда, тешләгәндә йоға.
Эҙемтәләрҙән ҡотолоу өсөн хайуан хужалары мотлаҡ уларҙы ҡарау ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш.
Инфекцион ауырыуҙар араһында ҡотороу ауырыуы абсолют үлем осрағы арҡаһында айырым урын биләй (әгәр тәүге сәғәттәрҙә үк зарарланған кешегә кәрәкле ярҙам күрһәтелмәһә, ул һәләк була ала).
Рәсәйҙә, үкенескә ҡаршы, хайуандар араһында был ауырыу эпидемияһына дусар булған төбәктәр һаны артыуы күҙәтелә.

Ҡотороу ауырынан нисек ситтә ҡалырға?
Бөтә донъя ҡотороуға ҡаршы көрәш көнөнә арналған саралар бөтә ерҙә лә үткәрелә. Төрлө илдәрҙең белгестәре кешеләргә ҡотороу эҙемтәләре тураһында хәбәр итә, уны иҫкәртеүҙең ни тиклем еңел булыуы һәм был ауырыуҙы кешеләр араһында нисек бөтөрөү, хайуандар араһында уның тыуҙырыусыһына ҡаршы көрәшеү тураһында һөйләй.
ВРЕЗ: 1 сентябргә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса ҡотороуға ҡаршы 1386 эт һәм 1132 бесәй прививка яһалған.
Ярҙам артынан ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Көн һайын Стәрлетамаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамы, 160 һәм Ҡаранай Моратов урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан Дәүләт ветеринария клиникаларында ҡотороу ауырыуына ҡаршы бушлай профилактик вакцинациялар үткәрелә. Шулай уҡ районда ла ауырыуҙы иҫкәртеү буйынса эштәр алып барыла. Участка табиптары ведомство ҡарамағындағы биләмәләрҙе хайуандарҙы вакцинациялай.
Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы йыл дауамында малдарға ҡотороу ауырыуына ҡаршы бушлай вакцинация үткәрә.
Бәйләнеш өсөн телефон һандары:
8(3473)28-13-03, 8903-310-310-8, 8906-109-21-98.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Гүзәл ФӘХРЕТДИНОВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса район-ара ветеренария станцияһы начальнигы.

ТӘҮГЕ СӘҒӘТТӘРҘӘ ҮК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛМӘҺӘ...
ТӘҮГЕ СӘҒӘТТӘРҘӘ ҮК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛМӘҺӘ...
ТӘҮГЕ СӘҒӘТТӘРҘӘ ҮК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛМӘҺӘ...
ТӘҮГЕ СӘҒӘТТӘРҘӘ ҮК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛМӘҺӘ...
ТӘҮГЕ СӘҒӘТТӘРҘӘ ҮК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛМӘҺӘ...
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: