Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
30 Сентябрь , 14:56

Башҡортостанда ҡырау төшөүен һәм янғын хәүефе тураһында иғлан иттеләр

Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡырау төшөүе һәм ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәртә!

Башҡортостанда ҡырау төшөүен һәм янғын хәүефе тураһында иғлан иттеләр
Башҡортостанда ҡырау төшөүен һәм янғын хәүефе тураһында иғлан иттеләр

30 сентябрҙә Башҡортостанда хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана.

Башҡортостан Республикаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың ҡайһы бер көньяҡ райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе, төндә көньяҡ-көнсығышта һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2°ҡырау төшөүе көтөлә.

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 4-9 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 14 метрға тиклем көсәйә.Һауа температураһы төндә +7,+12°, урыны менән +2°, көньяҡ-көнсығышта һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2°, көндөҙ +19,+24°.

Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге яҡшы.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: