Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
2 Октябрь , 12:59

Һөнәрселәрҙән Бөтә Рәсәй йәрминкәһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә «Бөтә рәсәй йәрминкәһе» проектын үткәреүҙе башлай.

Һөнәрселәрҙән Бөтә Рәсәй йәрминкәһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә
Һөнәрселәрҙән Бөтә Рәсәй йәрминкәһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Ул ҡалған йәрминкәләрҙән билдәле бер бренд һәм айдентиканы бер стилдә ҡулланыу менән айырыла.

Стәрлетамаҡта «Фреш-баҙар» Бөтә Рәсәй йәрминкәһе 11, 12, 13 октябрҙә 11:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем «Ёлка» сауҙа үҙәге майҙанында үтәсәк. (Хоҙайбирҙин урамы, 65).

Ҡатнашыуға аҙыҡ-түлек төркөмө тауарҙары менән һөнәрселәр, фермер хужалыҡтары, һатыусылары саҡырыла. Бының өсөн гугл-форманы тултырырға кәрәк https://forms.gle/mgbvV9YEpSjZrZsv8

Йәрминкәне ойоштороусылар һеҙҙең менән бәйләнешкә инәсәк.

Ҡатнашыу буйынса һоруҙар булһа, «Ёлка» сауҙа үҙәге директоры Наталья Сергеевна Житниковаға (тел.8 917 378 4927) йәки Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлегенең баш белгесе Эльвира Фаилевна Федороваға (тел. 8 987 580 4911) мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: