Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
13 Октябрь , 12:48

Йәрминкә гөрләп үтә!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы - Бөтә Рәсәй йәрминкәһе ҡатнашыусыһы!

Йәрминкә гөрләп үтә!
Йәрминкә гөрләп үтә!

Фреш-баҙар форматындағы тәүге йәрминкә «Ёлка» сауҙа үҙәге майҙанында старт алды.

 

Тәбиғи продукцияны Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Әлшәй, Ғафури, Стәрлебаш райондары, Түбәнге Новгород, Пермь, Ижевск, Ырымбур, Бөрө, Салауат, Бәләбәй фермерҙары тәҡдим итте. Уларҙан картуф, кәбеҫтә, кишер, һуған, кәбеҫтә, төрлө миҙгелле емеш-еләк һатып алырға мөмкин була. Шулай уҡ ҡош ите, үҫентеләр, микройәшелсәләр, майҙар, төрлө сорттағы сыр һәм ҡулдан эшләнгән күп тауарҙар һатыла.

 

Сауҙа үҙәге эсендә йәш сауҙагәрҙәр урынлаша, балаларға төрлө уйындар уйнарға тәҡдим итәләр, ә өлкәндәр оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Инеү урынында үҙенсәлекле фотозонала матур көҙгө фото төшөрөргә мөмкин була.

 

Йәрминкә 11-00-дән 18-00-гә тиклем эшләй.

 

Бөтә рәсәй проекты сиктәрендә бындай йәрминкәләр Стәрлетамаҡта өс айға бер тапҡыр үткәреләсәк. Уларҙың һәр береһе тематик: ауыл хужалығы, яңы йыл, яҙ, балалар һ. б.

Йәрминкә гөрләп үтә!
Йәрминкә гөрләп үтә!
Йәрминкә гөрләп үтә!
Йәрминкә гөрләп үтә!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: