Төшкө аш беҙҙең организм өсөн бик кәрәкле: нәҡ сәғәт көндөҙгө 12-нән 3-кә тиклем ейгән ризығыбыҙ микроэлементтарға тарҡала һәм организмдың матдәләр алмашыныу процесы эшләп китә. Ошо ваҡытта һеҙ калорийҙарҙың тәүлек нормаһының яртыһынан күберәген ашарға тейешһегеҙ. Сөнки көн дауамында ул күп көс талап иткән эшмәкәрлеккә сарыф ителәсәк.
Көндөҙ ашауҙан баш тартҡан осраҡта, организм май запастарын тупларға керешә. Көндөҙ етешле кимәлдә ашамаған кеше кискегә ныҡ асығыу тоя һәм был төнгөлөккә ҡарай күп итеп ашаныуға килтерә. Һөҙөмтәлә, тулы ашҡаҙан менән йоҡо ла насар була.
Оҙаҡ ашамай йөрөү ҙә зыянлы – организм быны аслыҡ тип ҡабул итеп, йәнә май “йыя” башлауы ихтимал.
Көндөҙ ашауҙың файҙаһы:
Организм аҙыҡтан файҙалы матдәләр ала, эшкә һәләтлелек арта;
Киске ашта артыҡ ашамаясаҡһығыҙ;
Метаболизм яҡшыра;
Көс-ҡеүәт өҫтәлә;
Буй-һын зифалана.
Дөрөҫ туҡланғанда төшкөгә нимә ашарға? Һәр нәмәлә сама белеп, туҡланырға кәрәк.
Углеводтар. Төшкө ашта тиҡ ҡатмарлы углеводтар ғына ашау файҙалы, улар яҡшыраҡ үҙләштерелә һәм организмды оҙаҡҡа туҡландыра. Былар: ҡарабойҙай, дөгө, яҫы борсаҡ (чечевица), борай (полба), бойҙайҙың ҡаты сорттарынан макарондар һ.б. Уларҙағы күҙәнәклек эсәктәргә ыңғай тәьҫир итә һәм токсиндарҙы сығара.
Аҡһымдар. Төшкө ашҡа мотлаҡ аҡһым ашарға кәрәк. Ул һимеҙ булмаған ит, балыҡ, ҡош итендә күп була. Тауыҡ йәки күркә ите бик яҡшы. Ит ашамайһығыҙ икән, һөт аҙыҡтарына алмаштырырға була. Мәҫәлән, бешерелгән йомортҡаға эремсек һәм кипкән емеш-еләк, сәтләүектәр ҡушып ашарға була. Төшкө аш мәлендә 150 грамм аҡһым ашау кәңәш ителә.
Майҙар. Файҙалы майҙар күләме көндәлек нормағыҙға тап килергә тейеш. Улар үҫемлек майҙарында, сәтләүектәрҙә, диңгеҙ балығында, йомартҡала була. Шулай уҡ авокадо үҫемлек майы сығанағы булып тора, уны төрлө ризыҡтарҙы әҙерләгәндә ҡушып ебәрергә мөмкин.
Витаминдар: Һаулыҡ өсөн витаминдар бик мөһим. Улар йәшелсә-емештә бик күп, шуға төшкө ашҡа салаттар әҙерләп ашау кәрәк, йәшелсәне быҡтырырға йәки һыуҙа бешерергә була. Ә емештәрҙе татлы-баллы тәмлекәстәр, кәнфит-печеньелар урынына ашағыҙ.
Дөйөм кәңәштәр:
Төрлөләндереп туҡланыу өсөн алдан бер нисә төр меню төҙөп алығыҙ.
Ашарҙан ярты сәғәт алда мотлаҡ 1 стакан һыу эсегеҙ. Был аппетитты баҫа һәм организмдағы процестарҙы эшләтеп ебәрергә ярҙам итә.
Көн һайын бер үк ваҡытта ашарға тырышығыҙ.
Төшкө ашты көндөҙгө 3-4-кә тиклем ашарға кәрәк.