Йәрминкәлә Стәрлетамаҡ халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары фермер продукцияһы – ит һәм ит деликатестары, тауыҡ ите, балыҡ, сыр, сәй, кәсепселәр изделиелары һәм башҡа нимәләр һатып ала ала. Барлыҡ һатып алыусылар ҙа бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнаша. Иң кескәйҙәр өсөн ойоштороусылар ҡыҙыҡлы мастер-кластар әҙерләгән.
Йәрминкәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, республикабыҙҙың башҡа район-ҡалаларынан да етештереүселәрҙе ҡатнашырға саҡырыбыҙ. Урындар бушлай бирелә. Тулыраҡ мәғлүмәт - 8 (3473) 24-42-57 (сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлеге) һәм 8-987-580-49-11 һандар буйынса.
Йәрминкә 10:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. 14:00 сәғәттә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән фотозона эшләй башлай. Балалар өсөн мастер-кластар 10:00-15:00 сәғәттәрҙә уҙғарыла.
Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса.