Ашҡаҙар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
19 Декабрь 2024, 10:00

Ҡыш бабай беҙгә килә....

24 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы Ҡыш бабай менән күрешә ала, ҡаланың тимер-юл вокзалына Яңы йыл поезы 13:15 сәғәттә килеп етәсәк һәм 17:00 сәғәткә тиклем бында тора, артабан Салауат ҡалаһына юллана, ә 25 декабрҙә Өфө ҡалаһына барып туҡтай. Теләгән һәр кем илдең төп тылсымсыһы менән күрешә ала. Перронда тамашалар һәм күңел асыу саралары ойоштороласаҡ.

Ҡыш бабай беҙгә килә....
Ҡыш бабай беҙгә килә....

Алдан һатып алынған билеттар буйынса айырым саралар ҙа була. Әйтәйек, Ҡыш бабай менән уның резиденцияһында осрашыу, поезда квестар һәм сәй эсеү, ҡурсаҡ спектакле.

Ҡыш бабай поезы – ул Ҡыш бабайҙың Яңы йыл байрамы программаһы сиктәрендә төрлө ҡалалар буйлап сәйәхәт итеп, Великий Устюг ҡалаһына үҙенә бара алмағандарға әкиәт бүләк иткән проект булып тора. Был проект 2021 йылдың 5 декабрендә старт ала. Уҙған өс йылда поезд Рәсәйҙең 170тән ашыу ҡалаһында булған.

Ағымдағы йылда Ҡыш бабай поезы 54 көн эсендә Рәсәйҙең 60тан ашыу ҡала халҡын шатландырасаҡ. Стәрлетамаҡтан тыш мөғжизәле поезд Салауат һәм Өфө ҡалалары станцияларында ла туҡтала.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: