Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Бергәләп Рәсәйҙең еңеүенә” тип аталған ирекмәндәр командаһы “Егор” ҡушаматлы МХО яугиры менән осрашты. Һаҡсыбыҙға ирекмәндәр Мөстәҡимовтар ғаиләһе теккән камуфляж йыйылмаһы бүләк итте.
Ирекмәндәргә яугир: “Һеҙҙең ошо эшкә төрлө яҡлап ярҙам итеүегеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм мөһим, ҡәйефте күтәрә, рухыбыҙҙы нығыта! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” мөрәғәжәт итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алғы һыҙыҡ һәм госпиталдәр өсөн ярҙам түбәндәге адрестары буйынса ҡабул ителә: Шайморатов урамы, 4 (“Ватан” ойошмаһы), эш көнөндә 9.00-18.00 сәғәттә, төшкө ял 13.00-14.00 сәғ.; Комсомол урамы, 5 ( “Колхоз баҙары” туҡталышы), 3-сө ҡат. “Аструм” сауҙа комплексында һеҙҙе көн һайын 10.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем көтөп ҡалалар. Һорауҙарығыҙ булһа +7 (917) 360-32-45 телефоны аша шылтыратып белергә мөмкин. Шулай уҡ, координатор Данис Ғатауллинға +7 (917)456-15-30 шылтыратырға була.
«Zov Сердца» фронтҡа ярҙам итеү берләшмәһенең координация үҙәге Хоҙайбирҙин урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан. Һорауҙарығыҙҙы Гөлнараға (8-987-584-08-55) һәм Еленаға (8-917-34-646-11) бирә алаһығыҙ.
Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге Хоҙайбирҙин урамы (122, тел. 8-929-757-48-92) буйынса урынлашҡан.
«Стерлитамакский рабочий» гәзите мәғлүмәте буйынса.