ДНКОМ молекуляр-генетик тикшеренүләр фәнни үзәге генераль директоры Андрей Исаев әйтеүенсә, коронавирустың “омикрон” штаммы менән зарарланыу ололарҙа нейроковидҡа йә лонгковидҡа, ә балаларҙы системалы ялҡынһыныуға килтереүе ихтимал.
Эксперт фекеренсә, әле коронавирустың бишенсе тулҡыны сигенә башланы һәм ревакцинациялау үтеү өсөн иң ҡулай ваҡыт.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, омикрон-штамм Рәсәйҙең 84 төбәгендә асыҡланған.