Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июль 2022, 10:52

ПАР ҺУҠМАҠТАН БӘХЕТ ТӨҘӨП.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан ҡаланың Никах теркәү һарайында гәүһәр һәм алтын юбилейҙарын билдәләгән парҙарҙы тәбрикләнеләр.

ПАР ҺУҠМАҠТАН  БӘХЕТ ТӨҘӨП.
ПАР ҺУҠМАҠТАН БӘХЕТ ТӨҘӨП.

Улар араһында 60 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән матур ғаилә - Әҡсән һәм Фәрзәнә Яҡуповтар ҙа бар ине.
Улар икеһе лә Ғафури районынан, улар бер шишмәнең саф һыуын эсеп, гөлсәскәле болондары булған күрше генә Юлыҡ һәм Уҫман ауылдарында тыуып үҫкәндәр.
Фәрзәнә Яҡупованың бала сағы, үҫмер ваҡыттары ауыр йылдарға тура килә. 16 ғына йәшендә етем тороп ҡалғас, донъя йөгө апаһы менән икәүһенең иңенә төшә.
Әҡсән ағай ҙа шулай уҡ тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫә, тыуған ауылында 4 кенә класс була, әммә белемгә ынтылған малай күрше ауылға йөрөй, артабан йәнә икенсе мәктәпкә... Ғөмүмән, етемлекте лә, аслыҡты ла, ауыр хеҙмәтте лә, һуғыштың бар касафатын кисергән быуын беҙгә – йәштәргә һәр саҡ тормош өлгөһө булып тора, уларҙың ауыр яҙмыштары уйландырмай ҡалмай.
 Әҡсән Рәбелүәли улы тәүҙә “Сода” заводында эшләһә, аҙаҡтан “Авангард” заводында эшләп хаҡлы ялға сыға. Фәрзәнә Хәмзә ҡыҙының да бөтөн ғүмере эштә үткән, ул ғүмере буйы ауыр производствола, шифер заводында эшләй.
 Теүәл 61 йыл элек никахҡа ингән Фәрзәнә һәм Әҡсән Яҡуповтар дүрт балаға: Венера, Марс, Гүзәл һәм Римаға ғүмер биреп, уҡытып, башлы-күҙле итеп, лайыҡлы тәрбиә биргәндәр. Уларҙың тормош юлы күптәргә үрнәк булып тора.

Фотолар: ҡала хакимиәте төркөмөнән алынды. 

ПАР ҺУҠМАҠТАН  БӘХЕТ ТӨҘӨП.
ПАР ҺУҠМАҠТАН  БӘХЕТ ТӨҘӨП.
ПАР ҺУҠМАҠТАН БӘХЕТ ТӨҘӨП.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: