Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар , 09:37

СТӘРЛЕТАМАҠ СПОРТСЫЛАРЫ ҺЫНАТМАНЫ.

Ульяновскиҙа еңел атлетика буйынса Волга буйы федераль округы Чемпионаты һәм беренселеге сиктәрендә ярыштар үтте, унда Стәрлетамаҡ спортсылары ла көс һынашты.

СТӘРЛЕТАМАҠ СПОРТСЫЛАРЫ ҺЫНАТМАНЫ.
СТӘРЛЕТАМАҠ СПОРТСЫЛАРЫ ҺЫНАТМАНЫ.

Олимпия резервы Стәрлетамаҡ спорт мәктәбе мәғлүмәттәре буйынса, 1500 метрлыҡ арауыҡта Светлана Андрющенко алтын миҙал яулаһа, 23 йәшкәсә ҡыҙҙар араһында ҡаршылыҡтар менән 60 метрлыҡ арауыҡты Валерия Гәрәева йүгереп үтеп «бронза» миҙалына лайыҡ булған.
Шулай уҡ Силәбелә еңел атлетика буйынса «Ю. Лукашевич һәм В. Середкин мемориалы» бөтә Рәсәй ярыштары уҙҙы. Стәрлетамаҡтан Матвей Мирхазетдинов сығыш яһаны. Бейеклеккә һикереү буйынса дисциплинала Матвей көмөш миҙал яуланы.
Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Фото Олимпия резервы Стәрлетамаҡ спорт мәктәбе сайтынан алынды. 

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас