

Күп осраҡта үлән яндырыу урман янғындарына сәбәпсе була ла инде. Көслө ел арҡаһында ут тиҙ тарала: үлән, мүк, ағас төптәре, ағас ҡалдыҡтары, тамырҙар, ҡыуаҡлыҡтар, япраҡтар, ағастарҙы тулыһынса ҡамап ала.
Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Янғын хәүефһеҙлегенең ябай ҡағиҙәләрен үтәгеҙ:
- ҡоро үләнде яндырмағыҙ;
- балаларға шырпы менән йөрөргә рөхсәт итмәгеҙ;
- ҡояшлы көндәрҙә - быяла һауыт-һабаларҙы урманда ҡалдырмағыҙ;
- Янғын күреп ҡалһағыҙ, уны һүндереү буйынса саралар күрегеҙ;
- Утты үҙ көсөгөҙ менән һүндерә алмаһағыҙ, хәүефһеҙ урынға сығығыҙ һәм шунда уҡ «112» телефоны буйынса хәбәр итегеҙ.
Фото: яһалма зиһен.